Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек мәсьәләләре  Рөстәм Хәмитов рәйеслегендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында тикшерелде 13.02.2015

Унда һүҙ, ветерандаға ярҙам һәм хөрмәт күрһәтеү, атап әйткәндә, фронтовиктарҙы һәм тыл хеҙмәтсәндәрен торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында барҙы. Республика башлығы билдәләүенсә,  ҡайһы бер осраҡта бүленгән фатирҙарҙа бөтөнләй икенсе кешеләр йәшәй.  Ошондай күренештәргә юл ҡуймаҫ өсөн Рөстәм Хәмитов контролде көсәйтеүҙе талап итте. Өй туйлау өсөн быйыл федераль бюджеттан оло быуын вәкилдәренә 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Бүленгән суммаға  тағы ла 1 мең 173 ветерандың торлаҡ шарттары яҡшыртыласаҡ.  

Бынан тыш, ветерандар сифатлы медицина ярҙамына мохтаж. Улар өсөн поликликаларҙа сиратһыҙ хеҙмәтләндереү, ә дауаханаларҙа айырым палаталар ойошторолған. Әммә дауалау учреждениеларына зарланып кешеләрҙән дәғүә хаттары күп  килә, тине Рөстәм Хәмитов.  Хатта, медицина үҙәктәрендә  оло йәшкә һылтанып ветеранды дауаханаға һалыуҙан баш тартҡан осраҡтар  ҙа булған. Бындай мөнәсәбәттәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел, медицина хеҙмәте айырым контролгә алынған, ти республика башлығы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика