Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тантаналар йыл буйы дауам итә

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған тантаналар йыл буйы дауам итә 23.06.2015

Ул йылдарҙа һәр көндө 79 мең яугирыбыҙ башын һалған афәттә һәләк булғандарҙы асыҡлау эше йәнле бара. Саҡмағош районының Аблай ауылы халҡы ла яу яланында ҡалғандар менән бер рәттән фронттан ҡайтҡас һәләк булғандар исемлеген дә төҙөй. Уларҙың исеме хәҙер төҙөкләндерелгән мемориаль комлекста уйып яҙылған.

Аблай ябай ауыл түгел. 400 йыллыҡ тарих та, 1960 йылдарҙа СССР етәксеһе Никита Хрущевтың телмәрендә Аблайҙың маҡтап телгә алыныуы ла билдәле. Ауыл үҙ генофондын саҡ юғалтмаған, сөнки 800 ауылдаш бер-бер артлы фронтҡа киткән.
Тарих  хәтере төрлө быуын кешеләренең тырышлығы менән яңыртыла. Аблай ауылы фронтовиктары исемлеге лә, иҫән булған яугирҙәр кисерештәре лә эҙмә-эҙлекле үк булмаһа ла, япайһы уҡ ентекле итеп ҡағыҙға теркәлгән. Был эштә мәктәп балалары ла, уҡытыусылар ҙа ҡатнаша.
Мемориаль комплексын асыу тантанаһын «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар»байрамы менән һабантуй алмаштырҙы. Быйыл ул да ябай һабантуй түгел, ә ШОС-БРИКС саммитына арналғаны.
Ауыл үҫтерә, ауыл нығыта һәм ҡанат ҡуя. Һәр төбәк тиерлек үҙенең данлыҡлы улдары-ҡыҙҙары менән ғорурланып йәшәй.Ә инде «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы менән һабантуй яҡташтар осрашыуынан бигерәк ауылдың киләсәген хәстәрләү сараһына әйләнеп бара. Күпселек яҡташтар беренсе саҡырыуҙан уҡ ҡайтып төшә.
Башланғыс нигеҙе ныҡтың киләсәге лә өмөтлөлөр, моғайын. Ошо 400 йыл эсендә һуғыш артынан һуғышҡа улдарын-ҡыҙҙарын ебәреп тороп та Аблай ауылы нигеҙен ҡаҡшатмаған. Бөгөнгө дәүер ҙә иҡтисади яҡтан еңел түгел, әлбиттә. Әммә Саҡмағош райнының Аблай ауылы яйлап булһа ла үҫеш юлында.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку