Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар дауам итә 04.03.2015

9-сы майға тиклем 70 көн ҡалған көндә Күмертау ҡалаһының 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының педагогик коллективы менән уҡыусылар Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылына барып ҡайтты.

Күмертауҙар ауылға нигеҙ һалған Кинйә Арыҫланов исемендәге музей эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, эргә-тирәне ҡарҙан таҙартты. Башҡорт халҡында ҡасандыр киң ҡулланған мәҙәни-көнкүреш әйберҙәрен һаҡлау, уны үҫеп килеүсе быуынға еткереү маҡсатында эшләгән музейҙан уҡыусылар ҡәнәғәт ҡалды. Сара сиктәрендә төбәктә старт алған «Музейҙарға-иҫке китап» акцияһына интернат етәкселеге лә ҡушылды. Кинйәабыҙ ауылы музейына улар 1927 йылда донъя күргән «Тауарҙар энциклопедияһы» һәм Рәсәй социаль-демократия эшселәр партияһы баҫтырған «Искра» гәзитенең тәүге һанын тапшырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика