Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам саралары республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла үтте 11.05.2015

Төбәктәрҙә обелиск һәм музейҙар асылды, спорт ярыштары ойошторолдо. Башҡортостан халҡы ветерандарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте.

Бөйөк Еңеү көнөнә арналған саралар Әлшәй районында ла үтте. Төбәк халҡы үҙенең күп һанлы геройҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Аҡҡолай ауылында йәшәүселәр иң тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиска сәскә һалды, артабан байрам саралары  урындағы мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, иң дөрөҫө илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн башын һалған атай-олатайҙарыбыҙҙың хыялдарын тормошҡа ашырып йәш быуынға яҡшы тәрбиә биреү, тырышып эшләү һәм матур тормош ҡороу зарур. Әлшәй районының  Сурай ауылында Еңеү байрамын тап шулай ҡабул иткәндәр. Бөйөк байрамды улар үҙ көстәре менән мөһабәт һәйкәл төҙөп, концерт ойоштороп, ҡорбан салып, ҡунаҡ йыйып ҡаршы алды.  
Быуатты быуат алмаштырһа ла, дөрөҫлөк бер ҡасан да онотолмай, шаһиттар ҡала, ти әбйәлилдәр. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Әбйәлил районының Үтәгән ауылында шәхси музей асылды. Унда ҡасандыр фашистарға ҡаршы һуғышҡан туғандарының, яуҙан алып ҡайтып тапшырған төрлө әйберҙәр, атап әйткәндә, һуғыш һәм тыл ҡаһармандарының орден-миҙалдары, исемләп сигелгән ҡулъяулыҡтар, өсмөйөшлө хаттар урын алған. Ҡомартҡылар  төбәктә йәшәүселәрҙең уртаҡ тырышлығы ярҙамында йыйылған.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына аллея. Илеш районында йәш быуын ветерандар менән берлектә ағас ултыртыу сараһында ҡатнашты. Аллеяға нигеҙ ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың йорт-музейы янында һалынды. Ошо уҡ көндө төбәктә ҡаһарман яҡташыбыҙ иҫтәлегенә милли көрәш буйынса турнир ҙа үтте. Бәйге республиканың иң  көслө спортсыларын бергә йыйҙы. Бил һынашырға Рәсәй, хатта Донъя чемпиондары ла килгәйне.    
Ғафури районының Родина ауылында  ысын патриоттар йәшәй. Ауылдың исеме лә оло мәғәнәгә эйә. Бында төрлө милләт вәкилдәре татыу ғүмер итә. Улар ил азатлығы өсөн көрәшкән яугир атай-олатайҙарының данлы үткәнен онотмай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар  иҫтәлеге ауыл старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина тәҡдиме менән  мәңгеләштерелде.Обелискты асыу тантанаһында сығыш яһаусылар атай-олатайҙарының ҡаһарманлығы тураһында һөйләне,  йәштәргә изге теләктәрен еткерҙе. Ул миһырбанлы кешеләр аҡсаһына төҙөлгән. Элекке совхоз бинаһы эргәһендә урынлаштырылған постамент ауыл халҡы өсөн иҫтәлекле урынға әүереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика