Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрам саралары республиканың барлыҡ район-ҡалаларында ла үтә 08.05.2015

Барса халыҡ ветерандарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Ил азатлығы өсөн башын һалған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә ала.

Хәйбуллалар Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ныҡлы әҙерләнгән. Аҡъярҙа үҙәк майҙандан төрлө ойошма, предприятие вәкилдәре, йәштәр сафта   үтте. «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашты. Шулай уҡ урындағы халыҡ фронтта, тылда барған тарихи ваҡиғалар шаһиты булды. Үткән быуаттың дәһшәтле йылдары менән уларҙы үҙешмәкәр коллективтар таныштырҙы. Театрлаштырылған тамашанан һуң мәктәп уҡыусылары  шиғыр һөйләү буйынса флешмоб ойошторҙо.
***
Көйөргәҙе районынан фронтҡа 11 меңгә яҡын кеше китә, уларҙың 3900-ө тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. Ермолаев ауылында яу яланында ятып ҡалған һалдаттар иҫтәлегенә «Еңеү һәм Дан» аллеяһы асылды.  Туғыҙ гранит таҡтала геройҙарҙың исемдәре уйылған. Стела үҙәгендә район гербы, һалдат каскаһы урынлаштырылған. Аллеяны асыу тантанаһында әҙәби-музыкаль композиция ла күрһәтелде. Шулай уҡ Көйөргәҙелә «Еңеү көнөнә ағас ултырт!» акцияһы үтте.
***
Ғафури районы халҡы ла Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының исемдәрен мәңгеләштерҙе. Төбәктә быйыл яугирҙар иҫтәлегенә һигеҙ һәйкәл ҡуйылған. Родина, Игенселәр,Табын, Оло Үтәш, Яҡтыкүл, Ташбүкәндә  обелисктарҙы асыу тантанаһы уҙасаҡ. Родина ауылында һәйкәл ҡуйыу тәҡдиме менән ауыл старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина сығыш яһай. Мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан обелиск миһырбанлы кешеләр аҡсаһына төҙәлгән.
***
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар һәм тыуған яғына еңеү менән ҡайтҡандар иҫтәлегенә һәйкәл Иглин районы Аҡбирҙе ауылында ла асылды. Ауылдан фронтҡа биш йөҙгә яҡын кеше китә. Улар хаҡында яҡындары онотмай. Тантанала мәктәп уҡыусылары «Үлемһеҙ полк» маршы менән үтте.
***
Стәрлетамаҡта һуғыш балаларына арнап асылған һәйкәл ҙур станокта эшләргә өйрәнеүсе малай менән уның әсәһен һынландыра. Башланғыс ике ай эсендә тормошҡа ашырылған. Мемориалды «Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн» тигән яҙыу биҙәй. Идея авторҙары аңлатыуынса, һәйкәл  төрлө ойошмалар, ябай граждандар, пенсионерҙар йыйған аҡса иҫәбенә ҡойолған.
***
Байрам алдынан Күгәрсен районында ике мәҙәниәт усағы яңыртылды. Тәүгеһе Исем ауылында. Бинала тамаша залы, китапхана, бейеү кластары урынлашҡан. Шулай уҡ төбәктә «Билдәһеҙ һалдат» һәйкәле яңыртылған. Клуб бинаһында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуын Төпсән ауылы халҡы ла көтөп алған. Еңеү көнөнә арналған концерт яңы сәхнәлә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика