Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан тантаналы саралар дауам итә 02.02.2015

Бөгөн баш ҡалаланың Еңеү паркынан  йәнә бер республика марафоны старт алды.

Капсула тантаналы шарттарҙа «Мәңгелек ут»тан  тоҡандырылды. Марафон символын почетлы ҡарауылсылар Яңауыл районына тапшырҙы. Ошо уңайҙан төбәктә хәтер вахтаһы, мәҙәни һәм спорт саралары, илһөйәрлек темаһына арналған класс сәғәттәре үтәсәк. Республика марафоны Рәсәйҙә Сталинград һуғышында еңеү көнөн билдәләү сиктәрендә махсус ойошторолдо. Сарала йәмәғәт эшмәкәрҙәре, һуғыш һәм тыл ветерандары, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Сара Мәңгелек утҡа сәскә һалыу менән тамамланды. Әйткәндәй, марафон сиктәрендә республикала ошо көндәрҙә «Еңеү салюты» халыҡ ижады фестивале үтә.
«Еңеү» республика марафоны Башҡортостандың 15 район-ҡалаларын иңләйәсәк. Ул 8 майға тиклем дауам итә. Марафон ҙур байрам концерты менән Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә тамамлана.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика