Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы байрамдар ил буйынса гөрләп үтте

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы байрамдар ил буйынса гөрләп үтте 12.05.2015

Айырыуса «Үлемһеҙ полк» акцияһы  халыҡты күпләп йәлеп итте. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының фотоһүрәттәрен тотҡан колонналар республиканың һәр ауыл-ҡалаһында үтте. Илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат иткән уҙамандар онотолорға тейеш түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ветерандар тураһында сюжеттар циклын дауам итә. Сираттағы геройыбыҙ 1945  йылда Мәскәүҙә үткән парадта ҡатнашыусы Әхмәҙулла Мырҙагилдин.

9-сы тиҫтәһен ҡыуыусы ветеран ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Фатир балконында хатта, бәләкәй генә оҫтаханаһы ла бар уның. Әхмәҙулла Мырҙагилдин һуғыштан һуң оҙаҡ йылдар хеҙмәт дәресенән уҡыта.  Яугир әле лә йыш ҡына станогын эшләтеп ала. Атай йәшерәк булған саҡта гараж тулы тимер-томор була торғайны тип хәтерләй улы.
Әсхәт Мырҙагилдин, Әхмәҙулла Мырҙагилдиндың улы: «Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Сәғәтенә тиклем йүнәтә торғайны. Беҙҙе лә күп һөнәрҙәргә өйрәтте. Шөғөлөн әле ла ташламай, берәй нәмәгә тотонһа, күңелен һалып тотона».
Фронтта ла Әхмәҙулла Ғариф улы техника менән эш итә. Пехота составында Украинала яраланғас, ул Һарытауға танкистар мәктәбенә ебәрелә. Еңеү яҙын ул ҡеүәтле Т 34-тә ҡаршылай. Ә инде оҙаҡламай  тәүге парадта ҡатнашырға саҡыралар.
Парадта яҡташыбыҙ Ҡантимеров дивизияһы составында үтә, ул танк командиры була. Әлбиттә, мөһим сараға Ҡыҙыл Армия һалдаттары башта ентекле әҙерлек үтә. Танктарға махсус көҙгөләр ҡуйып, тигеҙ сафта барырға өйрәндек, тип хәтерләй ветеран.
Тормош иптәше Нурия Сәхиулла ҡыҙы менән Әхмәҙулла Мырҙагилдин өс ул үҫтерә. Ветеран хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә  ҡатыны менән танышыу һәм ҡауышыу тарихын һөйләй. Һәм оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уҙаман бер ҙә бирешергә уйламай,  шулай уҡ тормошто һөйә, шаяртырға ярата.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку