Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ветерандарҙың  сәләмәтлеге тикшерелә 14.04.2015

Табиптар бригадаһы уларҙы 23 апрелгә тиклем ҡарап сығырға тейеш.

Тәүгеләрҙән булып акцияға Яңауыл медицина хеҙмәткәрҙәре тотондо. Улар өй беренсә йөрөп ололарҙың һаулығын тикшерә. Сараның тәүмаҡсаты ветерандарҙың һаулығын ҡайғыртыу булһа, бригада ағзалары бер үк ваҡытта ололарҙың йәшәү шарттарын да байҡай. Һөйләшеү, аралашыуҙарҙан сығып республика етәкселегенә  анкеталар тултырылып ебәреләсәк. Ветерандарҙың күбеһе, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан,  һаулыҡтарына зарланмай. Мәҫәлән, Таисия Петрова һуғыш йылдарында аэродромда шофер булып эшләгән, буласаҡ ире менән дә шунда танышҡан. Туҡһан бер  йәшлек тол ханымды бөгөн ҡыҙҙары ҡарай. Ветеран Рәми Әхмәҙиевтың да сәләмәтлегенә көнләшерлек. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул Яңы Артауыл мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.  Ветерандарҙың өйҙәренә йөрөү дауам итә. Улар Яңауыл районында барлығы 40 кеше.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика