Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Урал аръяғы төбәгендә йәшәүсе ветерандар Сибай ҡалаһы профилакторийында сәләмәтлеген нығыта

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Урал аръяғы төбәгендә йәшәүсе ветерандар  Сибай ҡалаһы профилакторийында  сәләмәтлеген нығыта 19.02.2015

Ветерандар ялы «Зауралье» мәрхәмәтлек  фонды һәм ошо уҡ исемле шифахана көсө менән ойошторолған.

Йыһанур Маннапов менән Ғәйзулла Әбләҙин  Сибай профилакторийында ял итеүсе 43 ветеран араһында. Уларҙан тыш бында Баймаҡ районынан тағы ла ике яҡташы ял итә. Ветерандар үҙҙәренә булған иғтибарҙан һәм дауалау сифатынан ҡәнәғәт.
Дауаланыуҙан тыш, пенсионерҙар буш ваҡыттарын да файҙалы үткәрә. Бының өсөн шифаханала  барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.  
Профилакторийҙа өлкән йәштәгеләр башҡа райондарҙан килгән ветерандар менән дә аралаша. Баймаҡ ветераны Зәбих Нәүширбанов Әбйәлил районы вәкиле Исламғол Мәғәсүмов менән бер бүлмәлә йәшәй. Сал сәсле яугирҙарҙың һуғыш хәтирәләре  генә түгел, бөгөнгө теләктәре лә уртаҡ. Йәштәргә улар аяҙ күк,  тыныс тормош теләй.  
Сибай профилакторийы ветерандарҙы тәүге йыл ғына ҡабул итмәй. Коллектив ағзалары ветерандарға  күңел йылыһын бирергә тырышып эшләй.
Ратмир Ғөбәйҙуллин, «Здравница-Зауралье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры: «Һәр ветеранға дауалау комплексы шәхсан билдәләнә.   Тәүҙә улар табип тикшереүе үтә».
Ветерандар ялы «Лайыҡлы ҡартлыҡ» программаһы сиктәрендә ойошторолған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан бер генә ветеран да иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.  
Зилә Мортазина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика