Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан республика райондарында фашистарға ҡаршы көрәшеүсе ҡаһармандарға һәйкәлдәр, таҡтаташтар асыла

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан республика райондарында фашистарға ҡаршы көрәшеүсе ҡаһармандарға һәйкәлдәр, таҡтаташтар асыла 08.05.2015

Яугирҙар исеме, улар хаҡындағы тере хәтер бөгөн Өфө районының Дмитриевка ауылында  ла махсус һәйкәл менән нығытылды.

Тантананы мәктәп уҡыусыларынан торған үлемһеҙ полк асты. Балалар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы олатай-өләсәйҙәренең фотоһүрәттәрен тотоп митингҡа сыҡты. Һәйкәл асыу тантанаһын ауыл халҡы көтөп алған. Дмитриевка ауылы үҙәгенә йөҙҙән ашыу кеше йыйылды. Ветерандар, һуғыш осоро балалары һәйкәлгә ҡәнәфер сәскәләре һалды, дәһшәтле йылдарҙың михнәттәрен иҫкә алды.
Әнүзә Бакирова, тыл ветераны: «Бынан да ҙурыраҡ шатлыҡ булманы.Еңеү көнөндә атайымдан хат алғас, йыйылышып ултырҙыҡ. Атайымдың әсәһенең күҙенән ҡан менән йәш аҡты. Хәҙер балаҡайҙарым һеҙҙе аяҡҡа баҫтырырға ҡалды тигәне яҡшы хәтеремдә. Минең яҡындарымдың берәүһе лә һуғыштан ҡайтманы».
Гөлдәр Хәсәнова, Дмитриевка ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы: «Был һәйкәл ошондай ҙур тантаналар уҙғарыу өсөн, һуғыш михнәттәрен халыҡ хәтерендә мәңгелләштереү маҡсатында асылды».
Туҡтауһыҙ ямғыр яуғанлыҡтан, байрамдың концерт өлөшө ауыл клубында дауам итте.  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бүләктәр тапшырылды. Мәктәп уҡыусылары, урындағы ижади коллективтар һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы, шиғырҙар  һөйләне.
Марат Саҙрыев, Дмитриевка ауылы урта мәктәбе уҡыусыһы: «Олатайымдар һуғышта ҡатнашмаһа ла, мин ветерандарға бағышлап йыр башҡарам. Улар менән ғорурланам. Бөгөн ғорурлыҡ менән георгий таҫмаһын таҡтым. Ул Бөйөк Еңеү символы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку