Бөйөк датаға арналған тантаналар Борай районында ла үтте 09.05.2015

Төбәктә төрлө быуын вәкилдәре Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың батырлығын сәхнәләштерҙе. Улар һуғыш һәм тыл ветерандарының фотоһүрәттәрен транспаранттарға беркетеп ауыл урамдары буйлап үтте.

Батырҙары күп халыҡ - ырыҫлы! Борай районының «Танып» стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың хәрби ҡаһарманлығына арналған тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Майҙандағы атыш тауыштары, тирә-йүнгә таралған төтөндән халыҡ үҙен кинола кеүек хис итте. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сарала төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. «Үлемһеҙ полк» акцияһына Борайҙа хәрби техника, юртаҡтар  йәлеп ителгәйне.
Артабан колонна «Ҡайғырыусы Әсә» һәйкәле янына юлланды. Тантаналы митингта тыныс тормош бүләк иткән һуғыш һәм тыл ҡаһармандарына рәхмәт һүҙҙәре әйтелде, еңеү залпы бирелде.
Һәр күңел ғорурлыҡ тойғолары, байрам кәйефе кисерҙе. Ут-һыу кискән, тылда сыныҡҡан ветерандар һәм уларға рәхмәтле быуын өсөн ел-ямғыр ғына ҡаршылыҡ була алманы.
Төбәктә Бөйөк Еңеүҙең 70-се яҙын 41 һуғыш һәм 1120 тыл ветераны ҡаршыланы. Борайҙан  Бөйөк Ватан һуғышына 15 меңгә яҡын кеше алынған.  Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарын ҡәҙер-хөрмәт итеү әлбиттә, байрам менән генә сикләнмәй. Ил именлеге өсөн башын һалыусылар, еңеү яулаусылар, фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәр мәңге хәтерҙә...
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика