Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтендә илдең 69 төбәгенән 5 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә

Бөтә  Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтендә  илдең 69  төбәгенән  5  меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә 06.04.2015

Уларҙың - 55  проценты  40  йәшкә тиклемге кешеләр. Хеҙмәт баҙарында тома һуҡырҙар  башлыса төрлө  әйбер төрөү, деталдәр йыйыу, кер ҡыҫтырғыстар ҡороу кеүек эштәр менән мәшғүл. Һуңғы йылдарҙа  компьютер технологиялары менән эш итергә теләүселәр һаны ла артҡандан-арта бара. Һигеҙ ай эсендә 126  кеше электрон хисаплау   машинаһында эшләү өсөн махсус курстар тамамлаған. Әммә   асыҡ  хеҙмәт баҙарында 15  меңдән ашыу кеше үҙ көнөн үҙе күрә. Улар башлыса, музыкант һәм  массажист һөнәрҙәре буйынса эшләй.

Хоҙай уларҙы күреү һәләтенән мәхрүм итһә лә, күңел  һәм ҡул һиҙгерлеген кәметмәгән. Яңылбикә Нурғәли ҡыҙы Петрова бала ваҡытында уйын мәлендә йығылып күреү һәләтен юғалта. Бер-бер артлы яһалған операциялар ҙа ярҙам итмәй. Әсәһе, ҡыҙым, үҙенә генә бикләнеп ҡалмаһын, белем алһын, тип уны Өфөләге һуҡырҙар өсөн махсус интернатҡа ебәрә. Яңылбикә  тырышып уҡыу менән бер рәттән үҙен тәрбиәләргә, өҫ-башын тәртиптә, бөхтәлектә тоторға өйрәнә.
Яңылбикә Петрова: «Беҙгә бигерәк тә кеше араһында  тырышырға кәрәк бөхтә итеп йөрөргә.Тундың төймәһе төшөп ҡалған, шуға хәҙер тиҙ генә төймә баҫып алабыҙ. Мәктәптә тәрбиәселәрҙән өйрәндем тегенергә».
Үҙе ауыр һынауҙар аша үткән ҡатын: «Тома һуҡыр балаларын  ата-әсәләр итәктәренә йәшереп йөрөтмәһен ,уларҙы тиҙерәк махсус белем биреү йорттарына тапшырып оло тормошҡа хәҙерҙән үк әҙерләһен ине», - тигән ҡараш яҡлы . Ул  замандан артта ҡалмай, компьютер технологияларын өйрәнә. Яңылбикәгә иһә  тормош һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәҫкә  рух ныҡлығы, махсус мәктәптә алған  белеме ярҙам иткән.
Яңылбикә Нурғәли ҡыҙы Петрова үҙгәртеп ҡороуҙар башланғансы һуҡырҙар өсөн асылған уҡыу производство берекмәһендә эшләй. Берекмә ябылып, эшһеҙ ҡалғас, төшөнкөлөккә бирелмәй, Өфө медицина училищеһында һуҡырҙар өсөн махсус асылған курстарҙа белем алып, массажист һөнәрен үҙләштерә.
Ҡулына массажист һөнәрен алғас, ул  Хоҙайбирҙин урамындағы балалар реабилитация үҙәгендә ни бары өс кенә йыл  кинәнеп эшләп ҡала. Реабилитация үҙәге тарҡатылғас, үҙ аллы хеҙмәткә керешә. Уның баласыл күңеле, ихлас, ҡулдарының шифаһы хаҡында сарафан радиоһы тик яҡшы ғына хәбәрҙәр тарата.
Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән Өфө урамдарының ниндәй генә һуҡмаҡтарынан атларға тура килмәй уға. Яҡшы, игелекле ханымдың юлында  тик яҡшы кешәләр генә тап булған. Уның хәлен аңлап ярҙам иткән, ихласлап юл күрһәткән  бөтәһе  лә  күңелендә рәхмәт  тойғоларын йөрөтә. Балаларына яҡыныраҡ күсеү теләген дә тормош иптәше менән бергәләп тормошҡа ашырғандар. Ниндәй генә ауырлыҡҡа тарыһаң да, иң мөһиме-тырышып хеҙмәт итеү, ти имле ҡуллы Яңылбикә Нурғәли ҡыҙы.
«Милләтте раҫлар нәмә-аҡыл һәм ҡул хеҙмәте тигән» билдәле мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин. Мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең был алтын һүҙҙәрҙе тормош  девизы итеп алыуы  күҙҙәре һау, аяҡ ҡулдары имен була тороп  эшһеҙлектән интеккән ялҡауҙарға ишара.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика