Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Туймазы мәҙәниәт һәм ял паркында оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеүсе бәхетле парҙар тәбрикләнде

Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Туймазы мәҙәниәт һәм ял паркында оҙаҡ йылдар бергә татыу ғүмер итеүсе бәхетле парҙар тәбрикләнде 08.07.2017

Ике өлгөлө ғаиләгә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалдары тапшырылды. Ләлә менән Иван Михайловтар Ҡандра район дауаханаһында эшләһә, Вәкилә менән Ингил Әхмәтйәновтар Йәрмөхәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда ҡырҡ йылға яҡын эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан.

Тантанала улар өсөн яҡындары, балалары ҡатнашлығында концерт программаһы ла тәҡдим ителде. Оло тормош юлын иң-иңгә терәшеп үткән парҙар бөгөн бәхетле олатай-өләсәй ҙә. Күмәк ғаилә - ил терәге,-ти улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика