Бөтә донъя мосолмандары Ураҙа байрамын билдәләне 26.06.2017

Ай дауамында ураҙа тотоусылар уны рухи таҙарыныу, күңел күтәренкелеге менән ҡаршыланы. Республиканың барлыҡ мәсет мәхәлләләрендә лә байрам намаҙҙары уҡылды. Ураҙа ғәйете бөгөн дә дауам итә. Байрамда ололарҙы ҡәҙерләү, әрүахтар рухына доға ҡылыу, туған-тыумасаларҙы табынға саҡырыу ҙа күркәм йолаларҙың береһе.

“Ләлә”, Өфө йәмиғ мәсетендә байрам намаҙы. Диндарҙар иман йортоноң эсендә генә түгел, намаҙлыҡ түшәп урамда ла ғибәҙәт ҡылды. Изге ай барышында мосолмандар аш-һыуҙан тыйылып торҙо, ураҙа тотто. Ул быйыл 20 сәғәт дауам итте. Ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе, файҙаһы ҙур. Аш-һыуҙан тыйылыу - бер, иң мөһиме - насар уйҙарҙан арыныу. Быйылғы Ураҙа еңел үтте, һауа торошо үҙе булышлыҡ итте, көн эҫе булманы, ти мосолмандар.
Баш ҡала иман йорттары халыҡ менән тулы ине. Республиканың башҡа төбәктәренән килеүселәр ҙә күп булды. Доғалар уҡылды, хәйер-саҙаҡалар таратылды. Иман йортонда ла милләттәргә бүленеш юҡ. Башҡортостандың мөһим рухи һәм мәҙәни байлығы - дингә тигеҙ ҡараш булдырылған. Мосолмандар бар ерҙә лә бергә һәм берҙәм.
Ураҙа ғәйете артабан Өфө амфитеатрында дауам итте. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары иғтибарына концерт программаһы һәм инде дини байрамдарҙың хәҙер айырылғыһыҙ биҙәге һаналған былау әҙерләнде.
Бер юлы 6 ҡаҙанда былау әҙерләнде. Уны бешереү өсөн баш ҡаланың иң оҫта ашнаҡсылары саҡырылған.
Рамаҙан айында  башҡарылған һәр изге эшкә кәмендә ун тапҡыр сауап яҙылһа, Ураҙа тотоу мосолмандарға күңел тыныслығы, рух ныҡлығы өҫтәй.
Ураҙа ғәйетендә Урал аръяғы төбәктәрендә балаларҙың өйҙән-өйгә йөрөп байрам менән ҡотлау кеүек матур йола бар. Ул әйенсәләү тип йөрөтөлә. Ураҙа байрам шишәмбегә тиклем дауам итә. Был ваҡытта халыҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп, бүләктәр тарата. Ә инде теүәл 70 көндән бөтә донъя мосолмандары Ҡорбан байрамын билдәләйәсәк. Ул быйыл 1 сентябргә тура килә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика