Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөнә – автоуҙыш

Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнөнә – автоуҙыш 12.04.2017

Бөгөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән БТР оҙатыуындағы машиналар колоннаһы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын сәләмләп  урамдар буйлап үтте.

Әлбиттә, был 1-се Восток булмаһа ла, шулай уҡ үҙенсәлекле машина һанала. Хәрби БТР техникаһы Бөтә донъя авиацияһы һәм космонативка көнө сиктәрендә ойошторолған байрам автоуҙышын етәкләне. Машиналар колоннаһы Мәскәү ваҡыты менән теүәл 9 сәғәт 7 минутта ҡуҙғалды. Ошо уҡ ваҡытта тик 1961 йылда Байконур космодромынан тәүге йыһангир Юрий Гагарин Йыһанға күтәрелгән.
Авиация һәм космонативка көнөнә арналған автоуҙыш Өфөнөң төньяҡ өлөшөнән - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе майҙанынан старт алды. Дүрт тиҫтәләп машиналар колоннаһы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын сәләмләп егерме саҡрымға яҡын юл үтте.
Саранан баш ҡала халҡы ла битараф ҡалманы. Автоуҙыштың һуңғы нөктәһе - Өфө дәүләт авиация техник университетына тиклем колонна бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ хәрәкәт итте. Иң ауыры БТР водителенә тура килде.
Сергей Сивухов, Салауат ҡалаһының ДОСААФ мәктәбе мастеры: «Күренмәй, шуға ла техниканы перископ аша ҡарарға тура килә. Ә ҡалала йөрөү тағы ла ауырыраҡ. Был техника Камазға идара итеүҙән әллә ни айырылмай».
Колонна артабан Өфө дәүләт авиация техник университеты алдындағы Юрий Гагарин бюсына юлланды. Бында тәүге йыһангирға мәңгелек хәтерҙе белдереп сәскә гөлләмәләре һалынды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика