Бөтә бәлә юл буйында ҡалдырылған машиналар 28.11.2016

Баш ҡаланың Инорс биҫтәһе урамдары  еңел автомобилдәр менән тулы. Янғын сыға ҡалһа, махсус машиналар фажиғә урынына барып етеү өсөн ҡиммәтле минуттарҙы юғалта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса  күҙәтеү һәм пропаганда бүлеге хеҙмәткәрҙәре халыҡты янғын осраҡтарында үҙеңде нисек тотоу, транспортҡа үтерлек юл ҡалдырыу кәрәклеге мәжбүри икәнлеген  иҫкәртеү маҡсатында махсус рейдҡа сыҡты.  

Янғын һүндереү техникаһына үтергә ҡамасаулаған транспорт хужаларынан яуаплылыҡ талап ителә. Улар автомобиле махсус транспортҡа үтеүгә ҡаршылыҡтар тыуҙырған осраҡта административ яуаплылыҡҡа тартыласаҡ.
Инорс биҫтәһенең Лесунов урамында күккә олғашҡан был бейек биналар ғәҙәти йорттарҙан янғын хәүефе көслө булыуы менән айырыла, һәм уларҙа ут сыға ҡалһа, йәшен тиҙлеге менән башҡа ҡаттарға таралыуы ихтимал. Бейеклеге утыҙ метрҙан ашҡан бындай торлаҡтарҙа төтөн үткәрмәүсе  махсус коридор  һәм аҙ ғына  янғын еҫен тойомлаусы  махсус сигналдар ҡуйылған. Өфөлә генә юғары бейеклектәге 800-ләп йорт иҫәпләнә.  Рейдта асыҡланыуынса, күптәр үҙ хәүефһеҙлеге хаҡында хәстәрлек күрергә ашыҡмай. Янғын хәүефһеҙлеге инспекторҙары административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында протоколдар ҙа төҙөнө. Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, автоһәүәҫкәрҙәргә штраф һалыныуҙан тыш, хоҡуҡ боҙоусының машинаһы  штраф туҡталҡаһына эвакуациялана. Күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәре лә ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫ ине, әммә парковка урындарының етешмәүе уларҙы ҡанун нормаларын  боҙорға мәжбүр итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика