Бәшмәк миҙгеле асылды, әммә августың ҡоро һәм сентябрҙең һыуыҡ булыуы арҡаһында, әлегә уның уңышы менән маҡтанырлыҡ түгел

Бәшмәк миҙгеле асылды, әммә августың ҡоро  һәм  сентябрҙең һыуыҡ булыуы арҡаһында, әлегә уның  уңышы менән маҡтанырлыҡ түгел 20.09.2016

Ҡала баҙарҙарында, оло юл ситтәрендә бәшмәк  һатыусылар күренә лә башланы. Шул уҡ ваҡытта урамда һатып алған  урман ризығы сәләмәтлеккә зарар килтереүе лә ихтимал.

Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, быйыл Липецк өлкәһендә  илленән ашыу кеше бәшмәктән ағыуланған, һәләк булыусылар ҙа бар. Кемдер уны үҙе йыйған, шулай уҡ юл ситендә, бәләкәй баҙарҙа һатып алыусылар ҙа бар.
Ошондай осраҡтар йыл һайын ҡабатланып тора, шуға Рәсәйҙә  бәшмәк менән һатыу итеүҙе легалләштереү хаҡында ла һүҙ ҡуйыртылды.
Һуңғы айҙа ямғырҙар яуып тороуға ҡарамаҫтан, әле беҙҙең республикала  бәшмәк уңышы менән  маҡтанырлыҡ түгел.  Шулай ҙа ҡала баҙарында урман ризығы  менән һатыу итеүселәр бар.  Кушнаренко районынан йыйҙыҡ, тип иҫбатлайҙар.
Урамда бәшмәк һатып алыу сәләмәтлекте ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу менән бер. Беренсенән, уның ҡайҙа, нисек  йыйылыуы, күпме һаҡланыуы билдәһеҙ.  Ғәҙәттә, был төр кәсепселәр тауарына   санитар күҙәтеү үткәрмәй һәм уны ҡулланып ағыуланған хәлдә бер ниндәй ҙә дәлил килтереп булмаясаҡ.
Гүзәл Биктимерова, Ббашҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш токсикологы: «Бәшмәк губка һымаҡ. Юл буйҙарында,  эре сәнәғәт предприятиелары янында йыйылғаны химик матдәләрҙе үҙенә һеңдерә.  Шулай уҡ үҙе  лә ағыулы матдәләр бүлеп сығара. Консерваланған бәшмәк тә сәләмәтлек өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Уны ботулизм тип йөрөтәләр».
Йыл һайын республика буйынса бәшмәктән ағыуланыуҙың  150-200 осрағы теркәлә. Былтыр Өфөнөң 21-се дауаханаһына  бәшмәк ашап иллегә яҡын кеше дауаханаға эләккән. Быйыл яңы йыйылған бәшмәктән ағыуланыусылар  әлегә юҡ.
Зөһрә Ғирфанова, 21-се ҡала клиник дауаханаһының  киҫкен ағыуланыуҙар  бүлеге мөдире: «Һуңғы һигеҙ айҙа беҙҙең  бүлектә бәшмәк ашап ағыуланған ун кеше дауаланды. Уларҙың һаулығына  ҡышҡылыҡҡа тоҙланған  һәм  дөйөм туҡланыу урынында ашаған бәшмәктән зыян килгән».
Николай Дмитриев тәжрибәле бәшмәксе. Ҡырҡ йылдан ашыу ул йәй һәм көҙ айҙарында күп ваҡытын ошо шөғөлгә бағышлай. Бәшмәкте  кәрзингә йыйырға күнеккән.  Тын алмай торған һауытта ул тиҙ боҙола.  Дөрөҫ йыйыу, һаҡлау ҡағиҙәһен үтәү мөһим, ти уҙаман.  Ауыл ере булһа,  юлдан кәм тигәндә, 500 метр, ә  ҙур федераль трассанан урманға бер саҡырым инергә кәрәк.  
Николай Дмитриев, бәшмәксе: «Бәшмәккә белгән кеше менән барырға  һәм иғтибарлы булырға кәрәк. Ашарға яраҡлы һәм ағыулыларын   Интернеттан да өйрәнеп була».
Бәшмәк ашағандан һуң температура күтәрелһә, уҡшытһа кеше үҙен насар тойһа кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Дауаланғандан  һуң да сәләмәтлекте тергеҙеүе ауыр бирелә, бауыр һәм башҡа эске органдар токсик матдәнән зарарлана. Ошо һәм башҡа күңелһеҙ мәшәҡәттәрҙән азат булыр өсөн урман ризығын белеп йыйығыҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика