Бөрйәндәргә лә интернет кәрәк

Бөрйәндәргә лә интернет кәрәк 17.03.2016

Райондың Ишдәүләт ауылында йәшәүселәр глобаль селтәргә тоташмаған. Был урындағы халыҡҡа күп кенә мәшәҡәттәр тыуҙыра. Йәштәрҙең белем алыу процесы ҡыйынлаша, ололар ҙа кәрәкле мәғлүмәт таба алмауына зарлана. Интернетта нимәлер ҡарау өсөн ауылдағылар туғандарына, яҡындарына шылтыратырға мәжбүр. Шул уҡ ваҡытта бер нисә йортҡа уларҙы бөтә донъя менән бәйләүсе сымдар үткән.

Бәрәстәрен күреү менән һарыҡтар баҡырыша башлай. Ай самаһы элек тыуған бәрәстәр Теләүембәтовтарҙың хужалығын тағы ла ишәйткән. Хәҙер бында тиҫтәнән ашыу һарыҡ,  аттар, һыйырҙар һәм күркәләр бар. Хужаларҙың маҡсаты малдарҙы тағы ла арттырыу, артабан улар тоҡомло мал алмаҡсы.  
2015 йылдың сентябрендә Теләүембәтовтар крәҫтиән-фермер хужалығы статусына эйә булған. Бынан файҙаланып, улар дәүләт субсидияһы менән льготалы кредит алмаҡсы. Ләкин уларға мөрәжәғәт итер өсөн күп мәғлүмәт табырға, документтар ебәрергә кәрәк. Ә Ишдәүләттә интернет юҡ. Иң ҡыҙғанысы, был эшҡыуар булараҡ үҫешебеҙҙе тотҡарлай, ти йүнселдәр.
Шул уҡ ваҡытта ауылдың бер нисә йортона интернет үткән. Асыҡланыуынса, хужалар глобаль селтәрҙе бер нисә йыл элек үткәргән, тоташыу өсөн ҙур ғына сумма ла сығарып һалған. Шуға ла был йорттарҙа интернет та, телефон да бар. Башҡалар таксофон менән ҡуллана.
Ишдәүләттәр цивилизациянан бөтөнләй өҙөлгән тип әйтеп булмай. Ауыл уртаһында инде бер нисә йыл таксофон тора, тик элемтәселәр йорттарға интернет һуҙырға ашыҡмай, сөнки улар өсөн, күрәһең, тәү сиратта сығымдарҙың аҡланыуы мөһим.
Мәсьәлә ауылдың төпкөлдә урынлашыуында. Бында өс саҡрым кабель һуҙырға, ҡорамалдарҙы һаҡлау өсөн контейнер ҡуйырға, ҡуртымға ер участкаһы алырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, сығымдар баштан ашҡан, ә потенциаль абоненттар 5 кеше генә. Күренеүенсә, сығымдар бөтөнләй аҡланмауы бар, шулай ҙа райондың элемтә бүлегендә киләһе йыл ауылға интернет үткәреү мөмкинлеген тикшереп ҡарарға вәғәҙә итәләр.
Ишдәүләттәр мәсьәләнең ыңғай хәл ителерен көн ҡараһылай көтә. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауыл аша йыл дауамында бик күп туристар үтә, урындағы йүнселдәрҙең кәсебе ла башлыса сауҙаға нигеҙләнгән. Тимәк, ауыл эшҡыуарҙарының бизнесы үҫешеп, хеҙмәтләндереү кимәле яҡшырғанда төбәк туризмы ла күтәрелер ине. Интернеттың роле бында әйтеп бөткөһөҙ. Унда төрлө мәғлүмәт алыуҙан тыш, ҡыҙыҡһыныусыларҙы үҙең менән таныштырырға ла була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку