Бөрйәндә бүреләр ҡотора 13.10.2014

Төбәктә йыртҡыстарҙың ваҡ малға һөжүм итеү осраҡтары арта. Ҡайһы бер ауылдарҙа бүреләр 500-гә яҡын ваҡ малды тамаҡлаған.

Фаил Вәлитов һунар мылтығын таҙартып ҡора. Һунарсылыҡ менән ул 14 йәштән мауыға башлай. Үҙ ғүмерендә йөҙҙән ашыу бүре атҡан. Был йыртҡыстар малға ҙур зыян килтерә, етмәһә, уларға һунар итеү ҙә еңелдән түгел, ти ул.
Төбәктә бүреләргә зарланыусылар аҙым һайын. Йыртҡыстарҙан  бигерәк тә төпкөл ауылда йәшәүселәр зыян күрә. Төндә бүреләр ауылға яҡын килә, ти урындағы халыҡ. Яуымбайҙа йәшәүсе Зөмәрә ханымдың бүре ошо көндәрҙә генә бер нисә баш һарығын йыҡҡан.
Бүре - ҡомһоҙ йыртҡыс. Улар төндә өйөрө менән йөрөй. Ғәҙәттә, ауыл тирәһенә өйөрҙән айырылған яңғыҙ бүреләр төшә, ти һунарсылар. Һуңғы йылдарҙа һунарсылар бүреләрҙе урманда күреп ҡалғанда ғына ата, ә махсус рәүештә һунарға сыҡмай. Шуға ла улар кәмемәй. Бынан тыш,  йыртҡыстар тиҙ үрсей.
Бүреләрҙең малға һөжүм итеүе Бөрйән районында электән күҙәтелә. Ауылдар урман эсендә ултырғас, йыртҡыстарға һарайҙарға төшөү бер ни түгел.  Бынан тыш, районда мал көтөлмәй, улар  урмандарҙа ҡарауһыҙ йөрөй. Проблеманы хәл итеү өсөн  көтөүҙәр булдырыу зарур. Һунарсылар билдәләүенсә, ауылға төшөүсе яңғыҙ бүреләр менән көрәшеүҙең берҙән-бер ысулы - төркөмдәр менән һунарға сығыу.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика