Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Ғәлиуллиндар янғындан һуң бер нимәһеҙ тороп ҡалған

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында йәшәүсе Ғәлиуллиндар янғындан һуң бер нимәһеҙ тороп ҡалған 18.01.2016

Йорттоң түбәһендә тоҡанған ут, бер нисә сәғәт эсендә ғаиләнең бар мөлкәтен көл-күмергә әйләндерә. Әле күп балалы ғаилә яҡындарында йәшәргә мәжбүр.

Ғәлинур Ғәлиуллиндың бар мөлкәте бер нисә сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Әле йорттан янған бүрәнәләр менән, кирбестәр генә тороп ҡалған. Әгәр күршеләребеҙ уятмаһа, ут үҙебеҙҙе лә аямаҫ ине, ти ғаилә башлығы.
Сатлама һыуыҡта өс баланы яланғас килеш тәҙрә аша сығарырға тура килә. Ғаилә башлығы ут эсенән документтарҙы ғына алып өлгөрә. Әле улар күп балалы туғандарында йәшәргә мәжбүр.
160 квадрат метрлыҡ ҙур йорт күҙ асып йомған арала көл-күмергә әйләнә. Уны төҙөүгә Ғәлиуллиндар бар килемдәрен, «Әсәлек капиталы»н, ҡатынының йәш белгес булараҡ алған субсидияһын, әсәләренең фатир аҡсаһын һала.  
Йортто кире тергеҙеү өсөн урындағы хакимиәт ағас бүлгән. Ләкин төҙөлөш башларға ғаиләнең аҡсаһы юҡ. Шуға ла улар мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам һорай. Аҡса күсереү өсөн банк иҫәбен һеҙ экранда күрәһегеҙ. Мәрхәмәтле булайыҡ!

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫНДАҒЫ ИҪӘП: 6761 9600 0177 5888 46
ҒӘЛИНУР ҒӘЛИУЛЛИН 8 937 48 44 041

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку