Бөрйән районында йәшәүсе ир законһыҙ айыу аулағаны өсөн яуапҡа тарттырыласаҡ  07.10.2014

Кисә кис Эске эштәр министрлығының Белорет районы бүлегенә Иҫке Мөсәт ауылында билдәһеҙ кешенең айыу атыуы тураһында хәбәр итәләр.

Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм сыға. Закон боҙоуҙа ғәйепләнеүсе ҡулға алына. Ул Яңы Собханғол ауылында йәшәүсе 47 йәшлек бер ҡайҙа ла эшләмәүсе ир. Уның быға тиклем дә законһыҙ урман ҡырҡыуы өсөн яуапҡа тарттырылыуы билдәле. Оператив төркөм урында мылтыҡ, айыу итен һәм тиреһен таба. Ҡорал экспертизаға ебәрелгән. Ир үҙ ғәйебен таныған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса законһыҙ һунар өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ул бөгөн ситкә сыҡмау шарты менән өйҙә ултырырға тейеш. Ғәйебе иҫбатланған хәлдә 6 айға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Бынан тыш, ҡоралға рөхсәте булмау сәбәпле, тағы бер енәйәт эшен ҡуҙғатыу мәсьәләһе лә ҡарала. 


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика