Бөрйән  балтаһы хәҙер бренд 18.12.2016

Урман аша мәктәпкә  барғанда  бүренән ҡурҡып балта тотоп йөрөгән Бөрйән балаларының даны бөтә донъяға таралғайны. Район оҫталары был ваҡиғаны ла үҙ мәнфәғәтенә файҙаланып ҡалырға тырышты. Хәҙер Шүлгән илендә ағастан яһалған сувенирҙар  сыға башланы.  Төрлө ҙурлыҡта яһалған балта һабында бүреһе лә тора.

Туристарға шәп иҫтәлек был. Оригиналь бүләк тә буласаҡ. Миңә ҡалһа, һәр мәктәптә, етәкселәр өҫтәлендә торорға тейеш был сувенирҙар. Онотолоп киткәндәргә нисек булырын иҫтәренә төшөрөп торһон өсөн. Аҡыл сыбығы шикелле. Балалар ҙа ысын балта урынына сувенир тотоп йөрөй алалар. Бүреләрҙең хәтерен яңыртып. Мин һинең «олатайыңды» тунаған әле, тип брелоктарҙы күрһәтеүең була, бүренән елдәр ҙә иҫә.

Азамат Юлдашбаев фотоһы

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика