Бүребай ҡояш электр станцияһын сафҡа индереүгә әҙерлек тамамланыу алдында 21.10.2015

Уны рәсми асыу тантанаһы 30 октябргә тәғәйенләнгән.

Хәйбулла районында электр станцияһын төҙөү  йәшел энергетиканы үҫтереү программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған тәүге проекттарҙың береһе. Уның ҡеүәте 5 мең мегаватҡа иҫәпләнгән. Тәүге тәжрибә булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр уны уңышлы тип баһалай. Төбәк иҡтисады өсөн иҫтәлекле мәлдең Рәсәй Энергетика форумы, ШОС һәс БРИКС илдәре энергетикаһы  халыҡ-ара күргәҙмәһе үткән көндәргә тура килеүе лә осраҡлы түгел. Унда Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендә экологик яҡтан таҙа, һөҙөмтәле энергетиканы артабан үҫтереү юлдары ҡарала. Сит илдәрҙән килгән белгестәр менән тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡ өсөн сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытырға мөмкинлек  буласаҡ.
Дмитрий Шаронов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Энергетика иҡтисадттың нигеҙе. Уның һөҙөмтәлелегенә сәнәғәттең үҫеше тығыҙ бәйләнгән. Шуға ла форумда яңғыраған фекерҙәр беҙҙең өсөн айырыуса файҙалы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика