Бөрө районының бер-нисә ауылында йәшәүселәр бурыстары арҡаһында тынғылыҡ тапмай

Бөрө районының  бер-нисә ауылында йәшәүселәр бурыстары арҡаһында тынғылыҡ тапмай 17.08.2016

Бурысҡа аҡса алыуҙың үҙҙәре өсөн ни менән тамамланырын уйламаусы унлаған ғаилә бер үк кешенән үтескә аҡса алған. Һөҙөмтәлә тәүҙә бәләкәй генә суммалар  заемсылар  өсөн  йөҙҙәрсә мең һумлыҡ бурыс булып үҫкән.

Уларҙың бурыстары геометрик прогрессия буйынса арта. Биш мең урынына -180 мең һум ҡайтарырға тейешһең. Был кешеләр күрше ауылда йәшәүсе ирҙән ошондай шарттарҙа бурысҡа аҡса алған. Әммә аҡса алған ваҡытта бер кем дә юғары проценттар хаҡында белмәгән.

Ун йыл элек Елена Яйыҡбаева декрет ялында була. Әсәһе аяҡтан йығылғас, ҡатындың матди хәле ауырлаша бара. Таныштары кәңәше менән ул күрше ауылда йәшәүсе, бөтәһенә лә бурысҡа аҡса биреп тороусы иргә мөрәжәғәт итә. Виктор Байтимеров был юлы ла Елена шылтыратыу менән тиҙ генә килеп етә һәм уға бурысҡа аҡса биреү тураһында  ҡағыҙ яҙҙыра. Артабан проблемалар башлана ла инде.

Бындай йөкмәткеле хаттар башҡа заемсыларға ла килә. Бары тик бурыстың суммаһы ғына икенсе. Марина Әсмәндиәрова
7 мең урынына 120 мең һум түләй. Өҫтәүенә судҡа ҡатынды саҡырып тормайҙар, суд ҡарарын сығарғандары хаҡында ул бөтөнләй белмәй.

Ольга Солтанаева ла бурыстар арҡаһында матди  ауырлыҡтар кисерә.  Бер йыл дауамында уның карточкаһынан бурыстары өсөн аҡса алына.

Бурыслылар бер тауыштан : "Беҙ аферист тоҙағына эләктек "тигән фекерҙе яҡлай. Бөтәһе лә бер үк кешенән -Кондаковка ауылында йәшәүсе Виктор Байтимеровтан -үтескә аҡса алып торған. Ир коммерция ойошмаһының вәкиле булып тормай, үҙенә эшләй булып сыға. Ниндәй юлдар менән ҙур проценттар талап итеүе аңлашылмай.  
  Беҙҙең ижади төркөм мәсьләгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында бурысҡа аҡса таратыусы ир йәшәгән йортҡа ла килде. Әммә ишек асыусы булманы, телефондан шылтыратыуҙар ҙа яуапһыҙ ҡалды.
Ҡанун нигеҙендә даими заемдар биреү - эшҡыуарлыҡтың бер төрө тип билдәләнә. Даими рәүештә процентҡа аҡса биреүсе кеше үҙ эшмәкәрлеген шәхси эшҡыуар булараҡ теркәргә һәм һалымдар түләргә тейеш. Был шарттарҙы  үтәмәгәндә  бурысҡа аҡса биреүсе  яуаплылыҡҡа тарттырыла.


Белгестәр бурысҡа батыусыларға һис кисекмәҫтән  полицияға һәм һалым хеҙмәтенә мөрөжөғәт итергә тәҡдим итә. Әгәр ҙә аҡсаны законһыҙ рәүештә бурысҡа биреүҙәрен иҫбатлай алғанда, бурыс түләп бәләгә тарыусыларға, янсыҡтағы аҡсаларын  һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика