Бөрө районында йәшәүсе Ольга һәм Петр Волочковтар ғаиләһе ауыл туризмы менән шөғөлләнә башлап, «отолманыҡ» тигән ҡарашта

Бөрө районында йәшәүсе Ольга һәм Петр Волочковтар ғаиләһе ауыл туризмы менән шөғөлләнә башлап, «отолманыҡ» тигән ҡарашта 13.09.2016

Илдә иҡтисади көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, улар төп килем сығанағы таба. Ҡала тормошонан арып, саф һауала ял итергә теләүселәрҙе улар умартасылыҡ, балыҡсылыҡ, малсылыҡ, игенселек нескәлектәренә лә өйрәтә.  

Петр Волочков һөнәре буйынса инженер-механик. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул техника янынан китергә ашыҡмай. Ҡала тормошонан арып, күңеле менән ауылға тартыла. Һигеҙ йыл элек уҙаман 200 гектар ерҙе ҡуртымға ала һәм крәҫтиән-ферма хужалығын асырға баҙнат итә. Башта эре мал тотоп ҡарай, һуңынан кәзә, һарыҡ, сусҡа аҫрауға күсә. Йүнсел иген культуралары үҫтереү менән дә бер үҙе шөғөлләнә, «иң мөһиме тырышлыҡ кәрәк»,-ти ул. Башлаған эште ташларға ярамай.
Петр Волочков, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы: «2010 йылғы ҡоролоҡта тәүге тапҡыр сәсеп ҡараным. Уңыш бөтөнләй булмағас барыһын да ташларға тип тә уйлағайным. Әлдә бирешмәнем. Киләһе йылға бойҙайҙың гектар ҡеүәте яҡынса 27 центнер булды. Дәртләнеп, эшкә ылығып киттем».
Эшҡыуар уңышты һатып килем дә ала. Шулай ҙа аҡсаның байтаҡ өлөшө ферманы киңәйтеүгә, техниканы ремонтлауға, ерҙе эшкәртеүгә китә. Петр Волочков хужалыҡҡа бер генә эшсе алған. Хәҙер инде ҡатыны ла ауыл тормошона күнегеп бөткән. Ул умартасылыҡ буйынса төп ярҙамсы.
Тырыш ғаилә ҡуртымға алынған ерҙә балыҡсылыҡ менән дә шөғөлләнә башларға уйлай. Ошо маҡсаттан 2009 йылда яһалма быуа булдырыла. Күп тә үтмәй был биләмә ауыл туризмын үҙ итеүселәрҙең яратҡан ял урынына әйләнә.
Йүнселдәр тәүҙә балыҡ үрсетә, артабан бер нисә кәмә һатып ала. Ҡунаҡтар, туристар өсөн өс өй, мунса төҙөлә. Әлбиттә, финанс яҡтан ярҙам итеүселәр ҙә була. Кейәүҙәре ярты миллион һумлыҡ сығымдарҙы ҡаплап, биналарҙы күтәртеүгә үҙ өлөшөн индерә. Хәҙер бында Өфөнән генә түгел, Мәскәүҙән дә килеп ял итәләр. Хужабикә улапҙы шифалы үлән сәйҙәре, башҡорт балы менән һыйлай.
Ольга Волочкова: «Ауыл туризмы менән шөғөлләнеүебеҙ юҡҡа түгел: ҡала кешеһе менән тәжрибә уртаҡлашҡыбыҙ килә. Кәрәк икән, бесәнен дә сабырға, утынын да ярырға өйрәтәбеҙ. Балалар өсөн бәләкәй генә зоопаркыбыҙ ҙа бар».
Ольга менән Петр Волочковтар йыл һайын хужалыҡты үҫтереү өсөн ссуда ала. Ферма тирәләй төҙөлөш эштәре тынмай. Киләсәккә йүнселдәр мал башын арттырып, майҙандарҙы таҫы ла киңәйтергә ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика