Бөрөлә йәшәүсе үҫмерҙәр еңел автомобилде үҙ ҡулдары менән йыя 16.01.2016

Был шөғөлгә улар  автоконструкторлау мәктәбендә өйрәнгән. Тимер ат «Ока» маркалы машина нигеҙендә йыйыла.

Гараж  үҫмерҙәрҙең яратҡан урыны. Көн һайын малайҙар мәктәптән һуң ашығып килеп етә. Мототүңәрәктә улар үҙҙәре тимер ат йыйырға өйрәнгән. Машина «Ока» нигеҙендә йыйыла.
Һәр шөрөптө улар  үҙҙәре бора. Кире һүтә лә беләләр. Тимер менән эш итергә түңәрәк етәксеһе  өйрәтә. Үҫмерҙәр бер-береһе үҙ-ара тәжрибәһе менән дә бүлешә. Шөғөлдө үҙ итеүселәр байтаҡ. Улар еңел автомобилде йөрөтөү, төрлө маневрҙар яһау оҫталыҡтарын да үҙләштерә.
Валерий Широков, өҫтәмә белем биреү педагогы: «Автомобилдәге агрегаттарҙы, тормоз системаһын һәм башҡаһын улар үҙҙәре ҡора белә. Беҙҙең маҡсат техник белемле йәштәр үҫтереү. Ҡыйынлыҡтар бар, әлбиттә. Мәҫәлән, машинала йөрөү өсөн бензин юҡ. Улар үҙҙәре менән алып килә».
Водитель таныҡлығы алырға   йәштәр ныҡлы әҙерлекле буласаҡ.  Юл  ҡағиҙәләрен дә уҡыйҙар. Тик әлегә уның буйынса дәрес биреү өсөн  шарттар юҡ. Киләсәктә  айырым бүлмә булдырыу ниәте бар.
Андрей Костылев, өҫтәмә белем биреү педагогы: «Картингта ла улар бик оҫта йөрөй. Тимер менән эш иткән үҫмерҙәр башҡаларынан айырылып тора. Улар үҙҙәре генә аңлаған терминдар менән һөйләшә.Тормошҡа ла етди ҡараш формалаша».
Ҡар бураны уйнатып юғары тиҙлектә елдереүселәр төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Бөрөлә йәшәүсе үҫмерҙәр  компьютер артында уйнап ултырыуҙан азат. Ысын ир-егеттәр тәрбиәләүсе түңәрәккә йөрөүселәр йылдан-йыл арта. Кем белә, улар араһынан киләсәктә олимпия уйынсылары ла үҫеп сыҡмаҫ тимә...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика