Бөрө ҡалаһында юғалған 11 йәшлек ҡыҙ үҙ теләге менән өйөнән китеүе ихтимал

Бөрө ҡалаһында юғалған 11 йәшлек ҡыҙ  үҙ теләге менән өйөнән китеүе ихтимал 24.12.2014

Был турала  3-сө мәктәп директоры Рәүеф Мусаев белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Лиза Бессонова ике көн элек хәбәрһеҙ ғәйеп була. Алынған мәғлүмәттәр буйынса ул  дәрестән һуң өйөнә ҡайтмай. Кисә синыфташтары ҡыҙҙы урамда күрә. Әммә Лиза әхирәттәре  менән аралышыуҙан ҡаса. Директор фекеренсә, ҡыҙҙың алтынсы синыфта уҡыған ағаһының да бер нисә көнгә  юғалып алған осрағы теркәлгән.

Һуңынан уны  ирекмәндәр ҡала ситендә таба. Был ҡылығын малай сәйәхәткә сығыу теләге менән аңлатҡан. Елизавета Бессонова тураһында  ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәргә  02 йәки 2-12-60, 3-12-73 телефондары буйынса шылтыратыу һорала. Бөрө ҡалаһының коды (34784).

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика