Бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла

Бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу тыйыла 09.12.2015

Әммә ҡайһы бер сауҙа нөктәләрендә был  ҡанун инҡар ителә.  Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһындағы магазиндарҙың береһендә полицейскийҙар бик күп етешһеҙлектәр тапҡан.

Был видеояҙмалағы кадрҙа үҫмерҙең сауҙа нөктәһенә инеп бер ҡаршылыҡһыҙ һыра һәм тәмәке алып сығыуы күренә. Полицейскийҙар бәлиғ булмаған егеткә спиртлы эсемлектәр һатыуҙың сәбәбен асыҡлау өсөн магазинға юллана. Һигеҙ ай ғына һатыусы булып эшләгән Анна ҡырын ҡылығын үҫмер олораҡ күренә ине тип аҡларға тырыша. Әммә закон буйынса йәш буйынса шик тыуған ваҡытта документ һорарға ҡушылған.
Полицейскийҙар сауҙа ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙан алкоголле продукцияны тартып алды. Магазин хужаһына ҡарата администатив протокол төҙөлдө, уға 30 мең тирәһе штраф һалынасаҡ. Ярты йыл эсендә был факт ҡабатлана күрһә эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше асыу ҡаралған.
Рим Исмәғилев, Рәсәй эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе: «Мәләүез ҡалаһындағы сауҙа нөктәһендә бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлек һатыуҙан тыш башҡа бик күп закон боҙоуҙар асыҡланды. Документтар менән бәйле етешһеҙлектәр бар. Магазин хужаларына әлегә административ штраф янай, улар үҙ хаталарын төҙәтмәһә яза ҡатыраҡ буласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку