Бәлиғ булмаған балалар әсәһе менән осраша алмай

Бәлиғ булмаған балалар әсәһе менән осраша алмай 27.08.2015

Ҡатынға Рәсәй биләмәһенә инеү тыйылған. Башҡортостанда тыуып Үзбәкстанда йәшәгән Гүзәл Зарипованың ике илдә лә гражданлыҡ хоҡуғы юҡ. Өс балалы ханым ике ут араһында. Уның әле йәше лә тулмаған кинйә улын туғандары тәрбиәләшә. Ни өсөн күп балалы әсә балалары менән бергә йәшәй алмай, ҡатындың артабанғы  яҙмышы нисегерәк хәл ителер?

Телефон аша урыҡ-һурыҡ һөйләшеүҙәрҙән һуң ике яҡтың да күңелдәре тула. Үзбәкстандың  Карши ҡалаһы менән Дүртөйлө районының Семилетка ҡасабаһын  меңдәрсә саҡрымдар айыра. Ангелина, Фарүх һәм бәләкәй Тимур әсәләре менән дүрт ай күрешмәгән.
Был ғаиләнең яҙмышына шундай тәҡдир яҙылған: Башҡортостан ҡыҙы Гүзәл Зарипованың әсәһе ҡыҙға ике йәш булғанда Үзбәкстанға күсә. Мохтажлыҡ кисермәй йәшәп ятҡанда, дәүләттәр үҙгәреш кисерә. Ошондай ығы-зығылы мәлдә - 1995 йылда улар ғаиләһе менән Башҡортостанға күсергә ҡарар итә. Әсәһе тыуған яғына ҡайтып Дүртөйлө ҡалаһында төпләнә, Гүзәл кейәүгә сыға. Әммә ул Үзбәкстан гражданины булыуҙан баш тарта. Һуңынан ғаиләһендә лә аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға. Ҡатын иренән айырыла һәм ике сабыйы менән яңғыҙ тороп ҡала. Ике балаһын аяҡҡа баҫтырыу өсөн берҙән-бер юл - Башҡортостанға ҡайтыу. Ангелина менән Фәрүхты  Семилеткаға былтыр ҡайтара. Ике илдең дә гражданины булмаған Гүзәл  ҡануниәт буйынса Рәсәйгә өс айға бер генә ҡайтыу хоҡуғына эйә. Былтыр ноябрҙә Гүзәл Дүртөйлө дауаханаһында операция менән өсөнсө балаһын таба. Шул сәбәпле, ул Рәсәйҙән ваҡытында ҡайтып китә алмай. Өфө федераль миграция хеҙмәте ҡатынды административ хоҡуҡ боҙғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттыра. Икенсе тапҡыр Гүзәл Рәсәй сигенә 11 сәғәткә алдан килә. Ошо сәбәпле уға  Рәсәй биләмәһенә инеү  5 йылға кисектерелә. Һөҙөмтәлә Гүзәл Зарипованың өс балаһын әсәһе һәм бер туған һеңлеһе тәрбиәләй.
Ангелина менән Фарүхтың ҡулында Үзбәкстан паспорттары ғына. Ауырып китһәләр уларҙың полистары юҡ, өләсәйҙәре өс ай һайын справка юллай. Бер пенсияға өс баланы тәрбиәләй. Туғыҙ айлыҡ Тимурҙы Гүзәлдең бер туған апаһы ҡараша.
Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында билдәләүҙәренсә, йылына ике тапҡыр, 2015 йылдың 16  ғинуарында һәм 5 майында  Гүзәл Зарипова Рәсәйҙә булыу режимын боҙоуы арҡаһында Дүртөйлө ҡала суды ҡарары менән  административ яуапҡа тарттырылған. Рәсәй биләмәһенә ул саҡырыу буйынса ғына ҡайта ала. Сөнки ваҡытынан алда ил сигенән үтә алмай. Зарипова Гүзәл Рәсәй гражданины түгел, шуға ла уның балаларын әсәһе йәшәгән илгә ҡайтарыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.  
Балаларҙың өләсәһе ейәндәрен әсәйҙәре менән бергә йәшәтеү теләгендә төрлө дәүләт учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Әсәләре менән балалар 5 йыл дауамында күрешә алмаясаҡ бит. Бала хоҡуҡтарын яҡлаусы вәкәләтлектә был сетерекле хәлдән сығыуға ике генә юл тәҡдим итәләр: балаларҙы әсәләре янына Үзбәкстанға ҡайтарыу йәки ваҡытлыса опекунлыҡҡа алыу.
Милана Скоробогатова, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле: «Райондың опека органдары менән кәңәшләшеп, шундай ҡарарға килдек:  беренсенән, балаларҙың әсәһенә Үзбәкстанда гражданлыҡ хоҡуҡтарын теркәргә һәм балаларын ҡайтарырға ярҙам итеүҙәрен һорап, консуллыҡҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Икенсенән, өс ай эсендә балаларҙы уллыҡҡа алыу хаҡында туғандары араһынан бер кем дә ҡыл да ҡыбырҙатмай. Әгәр ҙә улар был эштән баш тартһа, балалар приютҡа тапшырыласаҡ».
Өләсәләре балаларҙы приютҡа тапшырыуға ҡырҡа ҡаршы. Айына 6700  һум ғына килеме булған ғаиләлә балаларҙы бағыуҙы опека органдары рөхсәт итерме? Әммә туғандары балаларҙы үҙҙәре тәрбиәләү яғында. Күп балалы әсәгә ҡаршы сығарылған суд ҡарарын улар ҡайтанан ҡарауҙарын һорап, Юғары судҡа  ғариза менән мөрәжәғәт итәсәк.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика