Бәләкәйҙәрҙең оло ҡаһарманлығы

Бәләкәйҙәрҙең оло ҡаһарманлығы 16.12.2015

«Ҡайнар йөрәк» федераль проекты дауам итә. Программа буйынса 2013 йылдан бирле геройлыҡ ҡылған балалар һәм үҫмерҙәргә наградалар тапшырыла. Быйыл беҙҙең республиканан унда 12 кандидат теркәлгән. Улар бөтәһе лә экстремаль хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалған. Бәләбәй районының Приютов ҡасабаһында йәшәүсе Саша Федоров тураһында киләһе яҙмала.

10 йәшлек Саша ул көндө мәңге онотмаясаҡ. Йәкшәмбе кисендә ғаиләләге  һәр кем үҙ эше менән була. Иң тәүҙә малайҙың  ҡарт өләсәһе аңын юғалта, һуңынан өләсәһе һәм өс йәшлек туғаны менән әсәһе.

Екатерина Зайцева, Сашаның ҡартәсәһе: «Аш бүлмәһенән сығып килә инем, ошонда йығылдым, уныһы иҫтә. Аңымды юғалтҡанмын».

Ул ваҡытта Саша иң төпкө бүлмәлә ултырған. Коридорға сығыу менән  яҡындарының  иҫһеҙ ятыуын күреп ҡала. Малай  тиҙ генә  тәҙрәләрҙе аса һәм әсәһенең телефонынан ашығыс  ярҙам хеҙмәтенә шылтырата.

Александр Федоров: «Мин шунда уҡ нимә эшләргә кәрәклекте иҫемә төшөрҙөм. Ундай саҡта форточканы асырға һәм шылтыратырға кәрәклекте мәктәптә өйрәтәләр. Беҙҙе дауаханаға алып киттеләр».

Биш кешене  ауыр хәлдә реанимацияға һалалар. Ғаилә ағзаларына һөрөм еҫенән ағыуланыу диагнозы  ҡуйыла. Асыҡланыуынса, йорт ҡыйығындағы торбаға сүп тулып ул тығылған була. Ағыулы газ юғары ҡаттағы фатирҙарға үтеп ингән.

Ирина Сәлихова, Сашаның өләсәһе: «Был йортта күптән йәшәйбеҙ. Илле йыл тирәһе инде. Бындай хәл булыр тип башыма ла килтергәнем булманы».

Дүртенсе синыф уҡыусыһының даны тотош районға тарала. Сашаны урамда таныйҙар, уның ҡулын ҡыҫалар. Ә үҫмер  ғаиләләге  өлкән ир бала булараҡ яҡындары өсөн яуаплылыҡ тоя.

Екатерина Шәрипова, Сашаның әсәһе: «Ул киләсәктә лә  ярҙамсыл булыр тип уйлайым. Бәләгә тарыған кеше янынан ул уҙып китмәйәсәк».

Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарған балалар һәм үҫмерҙәр «Ҡайнар йөрәк» федераль проектында ҡатнаша. Программа ике йыл тормошҡа ашырылып килә. Тәбрикләү тантанаһы Яңы йылдан һуң уҙа. Улар араһында Саша булырмы-әлегә билдәһеҙ. Үҙе әйтеүенсә, уның өсөн иң ҙур награда - яҡындарының иҫән булыуы. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку