Бәләбәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең «Иң яҡшы һөнәрмән» республика конкурсы тамамланды

Бәләбәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең «Иң яҡшы һөнәрмән» республика конкурсы тамамланды 07.10.2016

Конкурстың төп маҡсаты -  эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү. Бәйгелә электрик-монтажлаусы, урам һепереүсе, тракторсы-механик, слесарь-сантехник, иретеп-йәбештереүсе, ҡаҙанлыҡ ҡорамалдары операторҙары  теоретик һәм практик ярыштарҙа оҫталығын һынаны.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләүселәр тәүҙә тест һорауҙарына яуап бирҙе. Слесарь-сантехниктарға төрлө ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлдары, хеҙмәт хәүефһеҙлеге нормаларын үтәү  хаҡындағы һорауҙар бирелде. Бындай конкурстар,  хеҙмәткәрҙәрҙең  яуаплылылғын һәм эш барышында ҡағиҙәләрҙе нисек үҙләштереүҙәрен дә асыҡларға ярҙам итә.
Слесарь-сантехниктар ярышы  ҡатнашыусыларҙан айырыуса көсөргәнешлек  һәм теүәллек талап итте. Салауат ҡалаһынан килгән Руслан Баһауетдиновтың ҡулында хеҙмәт ҡоралдары уйнап тора. Көн һайын торбаларға деталдәр эшләү улар өсөн ғәҙәти хәл булһа, конкурс шарттарынан бер кем дә тайпылмаҫҡа һәм эшен тәғәйен ваҡытҡа тамамларға тейеш.
Ә был уҡыу бүлмәһе иретеп-йәбештереү өсөн ҡулайлаштырылған. Бында республиканың төрлө төбәктәренән 17 белгес  көс һынаша. Конкурста еңеүсе Рәсәй күләмендә ярышта ҡатнашасаҡ. Дуғала иретеп-йәбештерелгән йөйҙө ямау, эш аҙағында деталь һыуынғас, шлактарҙан таҙартыу. Был конкурсты ҡырҡ йыл дауамында Бәләбәй индустриаль колледжында иретеп-йәбештереүселәр әҙерләүсе Александр Рупницкий баһаланы.  
Александр Ружницкий, Бәләбәй индустриаль колледжы директоры урынбаҫары, Рәсәйҙең профессиональ белем биреү отличнигы: «Конкурста республиканан 21 вәкил ҡатнаша. Теоретик өлөштә 20 төрлө тест һорауҙарына яуаптар алынды, практик өлөштә -диаметры 102, ҡалынлығы - 4  миллиметр булған торбаны нығытылған хәлдә иретеп-йәбештереү бурысы ҡуйылды.  Бөтә эштәр технологик карталар буйынса баһалана».
Ҡаҙанлыҡ операторҙары конкурсы ла теоретик  һәм практик өлөштәрҙән торҙо. Хеҙмәт хәүефһеҙлеген үтәү, төрлө хәлдәрҙән сығыу юлдары, эш барышында аварияларҙы иҫкәртеү, баҫымды һәм температураны даими күҙәтеү һәм үтәү, ҡаҙанды тоҡандырғанда метан газы шартлауын булдырмау... Баймаҡ ҡалаһынан конкурсант Рафик Солтангилдин өсөн  был ярыш өсөнсөһө. Йылдан-йыл ҡорамалдар яңыларына  үҙгәртелеп тора, тест һорауҙары ла ауырлашаһа ла, бындай конкурстар үҙ көсөн самаларға булышлыҡ итә һәм сәмләнеп эшләргә дәрт уята.
Был паркта урам һепереүселәр конкурсы. Улар  мотосалғы менән сүп үләндәрен сабыуҙа таһыллығын һынаны. Парк-баҡса тәрбиәләүсе уңғандар эшмәкәрлеге тырыш ҡырмыҫҡаларҙы хәтерләтә. Ярты сәғәт  эсендә сүп баҫҡан майҙан бөхтә һәм тәрбиәле урынға әүерелде. Өфөнөң 53-сө торлаҡ-коммуналь хужалығынан Юлиә Сөләймәнова беренсе урын яуланы.
Ниндәй конкурс техника менән эшләүселәрҙән тыш үтһен инде. Нәүфәт Мират улы Мостафин Нуриман районы үҙәгендә ҡырҡ йылдан ашыу торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләй. Уның тырышлығы Республика башлығының маҡтау ҡағыҙы менән баһаланған. Ул тауға күтәрелеү, прицеп тағыуҙы уңышлы үтте, тик боролмалы ҡаршылыҡтарҙа ғына бер аҙ хаталанды.
Слесарь-сантехниктарҙан -Әсғәт Арыҫланов, ҡаҙанлыҡ операторҙарынан - Любовь Попова, иретеп-йәбештереүселәрҙән - Эльвир Маннанов, тракторсы-механиктар  араһында Әнис  Васиковтарға етеүсе булманы. Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын үҫтереүсе конкурс киләһе йыл тағы ла киңерәк даирәлә ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика