Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында йәшәүсе Даръя Мордвинова рус халыҡ йырҙарын яратып башҡара 16.11.2015

Һәләтле ҡыҙ ете йәшенән быума йүтәле  сире менән интекһә лә, йыр-моң илендә үҙен иркен һәм кәрәкле кеше итеп тоя. Ете тапҡыр төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, Гран-при яулаған.

Туғыҙынсы синыф уҡыусыһы Даръя Мордвинова Приютов ауылының сәнғәт мәктәбен тик бишле билдәләренә генә тамамлаған. Уның һәр сығышы бәләкәй спектакль кеүек. Халыҡ йырын тирә-яҡта уға еткереп башҡарған оҫта йырсы юҡ, ти, Даръяның аккомпаниаторы Фәһим Ғатауллин.
Даръя Мордвинова музыка мөхиттә тәрбиәләнә.Уға тәү тапҡыр рус  халыҡ йырҙарын оләсәһе Елена Прокофьевна өйрәтә. Бәләкәс ҡыҙ башта өс нотаны ғына йырлай белә. Ҡулына баян алып  йырлатып ҡарағанда ейәгсәренә ни бары өс кенә йәш була.
Елена Семенова, Даръя Мордвинованың өләсәһе: «Ейәнсәрем баяндан саҡ ҡына бейек ине. Уны футлярға баҫтырырға тура килде. Әсәһенә йырлап күрһәттек. Һуңынан ул «Яҙғы тамсылар» конкурсында ҡатнашты. Бик һәләтле, йырлаһа мөкббән китеп йырлай».
Даръяны әлеге ваҡытта моңло рус халыҡ йырҙарына әсәһе-Светлана Мордвинова өйрәтә. Ҡыҙының уңыштары,ҡаҙаныштары артында  тырышлыҡ һәм әсә хәстәрлеге,борсолоуҙары ла бар. Әммә сир ни тиклем генә ауыр булмаһын, улар кәртәләрҙе бергәләп еңә.
Светлана Мордвинова, Даръя Мордвинованың әсәһе, «Былинушка»ансамбле етәксеһе: «Һәр сығыш алдынан тулҡынланабыҙ. Әммә ҡыҙым халыҡ йырҙарынан айырылғыһыҙ, ул сәхнәлә йыр эсендә йәшәй. Яратҡан шөғөлө уға сирен еңергә ярҙам итер тигән өмөттәмен».
«Кәртәләрҙе еңеп» проектында Даръя Мордвинова быйыл  өсөнсөгә  ҡатнашасаҡ. Сираттағыһында  ул ике телдә сығыш яһамаҡсы.  Йырҙарында Даръя Мордвинова үҫмер ҡыҙҙың мөхәббәтен  һәм донъяға ҡарашын сағылдыра.
Даръя Мордвинова, халыҡ-ара,төбәк ара һәм республика конкурстары лауреты, Башҡортостан башлығы стипендианты: «Мин нисек кенә ауыр булһа ла , йыр сәнғәтен өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен. «Кәртәләрҙе еңеп» проекты миңә үҙемде башҡалар араһында тиң итеп тойорға һәм дуҫтар табырға ярҙам итә».
Даръя Мордвиноваға уның уҡытыусылар һәм яҡындары ижад күгендә  яҡты киләсәк юрай. Маҡсатлы, һәләтле ҡыҙ бер нәмәгә ҡарамай Рәсәй һәм донъя кимәлендә рус халыҡ йырҙарын башҡарып дан ҡаҙанырға теләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика