Бәләбәйҙәге Өсән – Ивановка ауылындағы ҡарттар һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлегенә ябылыу ҡурҡынысы янай

Бәләбәйҙәге Өсән – Ивановка ауылындағы ҡарттар һәм инвалидтарҙы социаль хеҙмәтләндереү бүлегенә ябылыу ҡурҡынысы янай 15.12.2015

Социаль учреждениела 25 кеше йәшәй. Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында төҙөлгән бина ныҡ иҫкергән, уны оптималләштереү көтә. Тимәк, пансионаттағыларҙы төрлө ҡала һәм райондарҙа урынлашҡан учреждениеларға ебәрәсәктәр. Өлкәндәр икенсе тыуған йортона әйләнгән ерҙән китергә риза түгел.

Был йортҡа бер кем дә еңел тормоштан килмәгән. Балалары булмаған, булһа ла үҙ бурыстарын онотҡан, йә ғәриплектән интеккәндәр йәшәй социаль учреждениела. Улар бер-береһенә шул тиклем өйрәнгән, ҡарттар йортондағы 25 кеше бер ғаиләләй көн күрә. Рәзилә Аҡмырҙинаның биш йыл элек ире, быйыл яҙ берҙән- бер ҡыҙы баҡыйлыҡа күскән. Ҡышҡы кистәрҙе бәйләм бәйләп приюттағылар менән һөйләшеп үткәрергә күнеккән.

Күрше бүлмәлә  йәшәүсе Николай Татаркин күреү һәләтен юғалтҡан. Әммә һаулығындағы был кәмселек уға белем эстәргә ҡамасауламай. Ул көндәр буйы китаптар уҡый. Китапханаһында классик әҫәрҙәр ҙә, детективтар ҙа бар.

Николай Татаркин, социаль учреждениела йәшәүсе: «Ҡыҙым бар, тик ул үҙе дүрт бала әсәһе, береһе сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән. Күҙҙәрем күрмәгәс бында йәшәргә ҡарар иттем».

Йәйгеһен приютта йәшәүселәр  еләккә йөрөй, бөтә эште күмәкләп башҡара. Өлкәндәрҙе 14 хеҙмәткәр ҡарай. Ошолай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда социаль учреждениены ябыу тураһында борсоулы хәбәр килә. Яңы йылдың 1 ғинуарынан уны ябырға, халыҡты республиканың төрлө төбәктәрендә урынлашҡан ҡарттар һәм инвалидтар йортона ебәрергә тейештәр.

Бина уҙған быуаттың етмешенсе йылдар башында һалынған һәм ныҡ иҫкергән. Уны төҙөкләндереү талап ителә. Әле ул район үҙәк дауаханаһы ҡарамағында.

Роза Кузьменко, Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәткәре: «Әлегә приютты ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән. Учреждениены ремонтлау өсөн бағыусы табылһа, пенсионерҙарҙың теләген иҫәпкә алып социаль учреждение һаҡланып ҡаласаҡ. Шулай уҡ урындағы хакимиәт икенсе бина бирһә, Бәләбәй ҡарттарын бер ҡайҙа ла ебәрмәйәсәктәр».

Әлегә пенсионерҙарҙың яҙмышы хәл ителә. "Ҡартлыҡ-шатлыҡ түгел" тиһәләр ҙә, ошондай шарттарҙа ла  бергәләп тормоштан йәм табып йәшәргә күнеккәндәр. Социаль учреждение уларға үҙ йортондай ҡәҙерле һәм тыуған ерҙән айырылып китеү өлкәндәр өсөн еңел булмаясаҡ. Шулай ҙа күсергә кәрәк булһа, уларҙың ҡайҙа барырға теләү теләге иҫәпкә алынасаҡ. 

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку