Бәләбәйҙә бөгөн «Мин - гражданин» форумы үтә 21.08.2014

Уның барышында әһәмиәтле социаль проекттар авторҙары баһаланды. Йәштәр һәм балалар ойошмалары етәкселәре менән Рөстәм Хәмитов та осрашты.

«Мин - гражданин» форумы бишенсе тапҡыр ойошторола. Быйыл унда республиканың төрлө төбәктәренән 500 делегат ҡатнаша. Шулай уҡ Түбәнг Новгород, Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһынан да ҡунаҡтар бар. Форумдың төп маҡсаты - йәштәр араһында патриотлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү нигеҙҙәрен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыу.
Форумда ҡатнашыусылар 4 көн дауамында төрлө тематик секцияларҙа ҡатнаша, спорт буйынса, ижади конкурстарҙа алдынғыларҙы асыҡлай. Рөстәм Хәмитов форумда йәштәр менән аралашты, концепциялар менән ҡыҙыҡһынды. Йәштәрҙең тәҡдимдәрен, ҡеүәтен илдә үҫтереүҙә ҡулланырға кәрәк, тине республика етәксеһе. Форумда йәштәр үҙҙәренең проеттарын да әҙерләй. Уларҙың иң уңышлылары ғәмәлгә индереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика