Бәләбәй ҡалаһының Октябрьский урамында йәшәүселәр бер аҙна буйы һыуһыҙ йәшәй

Бәләбәй ҡалаһының Октябрьский урамында  йәшәүселәр бер аҙна буйы һыуһыҙ йәшәй 05.11.2014

Торба шартлау һөҙөмтәһендә  тотош бер урам халҡы уны  ҡоҙоҡтан ташып эсергә мәжбүр. Баҡһаң, уҙған быуатта эшләнгән  һыу үткәргестең хужаһы юҡ икән.  

Күпме борғослаһаң да юҡ. Наилә Минәхмәт ҡыҙына  көн һайын бәлки бөгөн һыу булыр тигән өмөттә  кранды асып ҡарай.   Ғүмер буйы крандан аҡҡан һыуҙы тотоноп йәшәгән кешегә йәшәү сығанағының юҡҡа сығыуы ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Ташып эскән һыуҙы ҡәҙерләп кенә сарыф итергә тура килә. Һикһән йәшлек инәй үҙе һыу ташый алмай.  
Октябрьский урамындағы һыу  үткәргестә  аҙна ун көн элек авария булған.  Торбалар иҫке, шуға бындай хәл тәүгеһе түгел ти урындағылар. Урам уҙған быуаттың илленсе йылдарында барлыҡҡа килгән. Ә һыу үткәреүҙе йорт хужалары үҙҙәре хәстәрләгән.  
Ете йорт һыуһыҙ ҡалған. Был урамда  пенсионерҙар йәшәй. Торба шартлаған һайын аҡса йыйырға тура килә ти улар. Был юлы һәр йорттан  700-әр  һум йыйып биргәндәр.    Һыуҙы  әлегә күрше урамдағы ҡоҙоҡтан ташырға тура килә.
Владимир Зубов, яуаплылығы сикләнгән «Бәләбәй водоканал»  йәмғиәте директоры: «Ул урам беҙҙең территорияға инмәй. Бына схемала күренеүенсә беҙҙең һыу үткәргес, ә унан тармаҡланып сығыусы торбаны шәхси йорттарҙа йәшәүселәр үҙ көсө менән һалдырған. Тимәк, уны үҙҙәре төҙөкләндерегә тейеш. Беҙҙә ул торбаларға бер ниндәй ҙә документ юҡ. Аҡса йыйһалар ремонтап бирербеҙ һәм һыу ебәрербеҙ».
Александр Кулдырев, Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Ул  торбаларҙы ҡала милкенә рәсмиләштереү эше бара. Ул тамамланғас та  һыуүткәргесте хеҙмәтләндереү- вәкәләттәрен  водоканалға тапшырырбыҙ».
Асыҡланыуынса, хужаһыҙ һыу үткәргестәр бер урамда ғына түгел. Ҡасандыр үҙ көстәре менән йорттарына уңайлыҡтар үткәргән кешеләр йылдар үтеү менән бындай хәлгә тарырбыҙ тип уйламаған. Торба шартлағас ҡына ул үҙе хаҡында белгерткән. Рәсмиләштерелгәнгә тиклем  ремонт эштәре өсөн халыҡ үҙ кеҫәһенән аҡса йыйып бирергә мәжбүр һәм әлегә һыуҙы күрше урамдағы ҡоҙоҡтан ташырға тура килә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку