Бәлә ағас башынан йөрөмәй 05.07.2016

Кушнаренко районы Илек ауылында йәшәүсе Әхмәтовтарҙың йорттары янып юҡҡа сыға. Торлаҡһыҙ урамда тороп ҡалған ғаилә әле күршеләрендә йәшәргә мәжбүр.

Әхмәтовтарҙың йортон күҙ асып йомған арала ут ялмай. Улар бер әйберҙәрен дә ҡотҡарып өлгөрмәй. Йорт йыһаздарынан ҡулланыуға яраҡһыҙ тимер-томор ғына тороп ҡала.

Әхмәтовтар күҙ йәштәрен тыя алмай. Был көндө ғаилә башлығы ҡалала эштә булған. Ә Рида ханым ҡыҙы һәм һеңлеһенең улы  менән эргәләге яланда бесән әйләндереп йөрөгән. Күп тә үтмәй күршеһе уға өйҙән төтөн сығыу тураһында хәбәр итә. Һанаулы минутар эсендә ялҡын тышҡа сыҡҡан. Утты һүндереүгә маташыуҙың да фәтүәһе булмаған. Район үҙәгенән янғын һүндереүселәр иһә килеп өлгөрмәгән.

Янғындың сәбәбен  зыян күреүселәр телевизорҙан күрә. Әлеге көндә йорт-ҡаралтыһыҙ, урамда тороп ҡалған Әхмәтовтар изге йөрәкле күршеләрендә, ә ҡыҙҙары  өләсәһендә тора. Ихатала үҫкән емеш ағастарынан да уңыш алынмай ҡалған. Торлаҡтарын страховкалауҙан баш тартыуҙы улар бер-нисә йыл элек булған хәл менән бәйләй.

Әхмәтовтарҙың йорт йыһаздары, кейем-ҡаралтылары,бар документтары көл-күмергә әйләнгән. Әле ихатала һарай, мунса һәм йәйге беседка ғына ҡалған. Янғындан һуң уларға  туғандары, ауылдаштары кәрәк-яраҡтар менән ярҙам итә. Әммә йортто тергеҙеп, артабан йәшәр өсөн матди сығымдар талап ителә. Әхмәтовтар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Экранда күргән реквизиттар буйынса аҡса күсереп бәләгә тарыусы ғаиләгә һеҙ ҙә ярҙам итә

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика