Бәлә ағас башынан түгел, ә ҡыйыҡ башынан йөрөй 25.02.2015

Беҙҙең ижади төркөм Өфөнөң Шота Руставели урымында урынлашҡан йорттарҙың береһе тураһында сюжет төшөргән ваҡытта ҡар аҫтында ҡала яҙҙы.  Бәхеткә күрә, барыһы ла яҡшы тамамланды. Әммә урындағы халыҡҡа бындай шарттарҙа нисек йәшәүен төҫмөрләргә генә ҡала.  

Коммуналь хеҙмәт вәкилдәренең йортҡа иғтибар бүлмәүенә тағы бер миҫал-ҡыйыҡтаға ҡар. Күренеүенсә, ул бик хәүефле ята, һәм көндәрҙең йылытыуын иҫәпкә алып килеп төшөүен көт тә тор. Тик бындай асыҡ дәлилдәр ҙә коммуналь хеҙмәттәргә етмәй күрәһең.
Хәбәрселәргә йыш ҡына ваҡиға урынында төрлө хәлдәргә тарырға тура килә. Хәҡиҡәт бөгөн дә иҫбатланды. Өфөнөң Шота Руставели 70 кәсер 7 йортонда йәшәүселәр бина күптән насар хәлдә булыуына зарлана. Бында хатта коммуналь хеҙмәттәр ҙә һирәк килә ти улар. Ҡыйыҡтан ҡар ҙа ташланмай, емерек стеналар ҙа төҙөкләндерелмәй.
Һуңғы бер ай эсендә аш бүлмәһендәге стена 20 сантиметрға шылды тип аңлата йортта йәшәүсе Рәзилә Ибраһимова. Хатта төнөн, бөтә ерҙә тынлыҡ урынлашҡас, уларҙың сатнауын ишетеп була ти ҡатын. Был сәбәпле ул ейәндәрен өйҙә ҡарауһыҙ ҡалдырырға ла ҡурҡа.
60 йыл элек төҙөлгән ағас йорттоң торошо бигерәк киҫкен. Иҙәндәр серек, ҡыйыҡтан һыу үтә, коммуникациялар ҙа таушалған. Фатир хужалары тишек иҙәнде нимә етте шуның менән ҡаплай, ҡойолған түбәне йәбешкәк таҫма ярҙамында йүнәтә. Был шарттарҙа бигерәк тә бәләкәй балалы ғаиләләргә ауырға тура килә.
Быға ҡарамаҫтан, йорт авария хәлендә тип танылмай. Һәм 20 ғаилә ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып бинала йәшәүен дауам итә. Мәсьәлә бер нисек тә хәл ителмәгәс, өс бала әсәһе Юлиә Рәжәпова былтыр тупһалар тапай башлай. Әүҙем ҡатын бөтә инстанцияларға мөрәжәғәт итә, тик ыңғай яуап юҡ. Махсус экспертиза йорттоң 80 процентҡа таушалғанын күрһәтеүе лә хәлде үҙгәртмәгән.
Йортто авария хәлендә тип таныу-танымау ҡала хакимиәтенең махсус комиссияһы ҡарамағында. Тик әле был бәхет 60ҡа етеп килгән бинаға янамай.  
Был шарттарҙа йортта йәшәүселәргә күп ҡатлы йорттар төҙөүсе ойошмаларға өмөт итергә ҡала. Сөнки бина торған участка уларҙы ҡыҙыҡһындырһа, кешеләргә яңы торлаҡ биреүҙе ойошма үҙ өҫтөнә аласаҡ. Әйтергә кәрәк, яҡында ғына төҙөлөш бара ла инде.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика