«Бәхетле билет»

«Бәхетле билет» 01.07.2014

Бөгөн баш ҡаланың «Облака» заман сәнғәте үҙәгендә ошо исемдәге фотокүргәҙмә асылды.Ул ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Бөгөн баш ҡаланың «Облака» заман сәнғәте үҙәгендә ошо исемдәге фотокүргәҙмә асылды.Ул ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Күргәҙмәгә килеүселәр араһында күбәләктәй осоп йөрөгән был ҡыҙҙы аҫырауға алынған тип әйтерлек түгел. Тышҡы ҡиәфәте буйынса ул, уны етәкләгән ханымға ике тамсы һыуҙай оҡшаған. Акцияла ҡатнашыусы сабыйҙар араһында ул иң бәхетлеһе. Фотоға Анжелика уны өс йыл элек тәрбиәгә алыусы ата-әсәһе менән төшкән.
Анжелика Лазарева, Анна Федорова: «Ғаиләлә бала булыуы оло бәхет.Беҙ уны үҙебеҙҙеке итеп ҡабул иттек. Әбиттә был аҙым ҙур яуаплылыҡ талап итә. Баланының шатлығын да ҡайғыһын да уртаҡлашып йәшәйбеҙ».
Үҙенсәлекле күргәҙмә баш ҡалабыҙҙа тәүгә уҙғарыла. Уны Өфөнөң бағыусылыҡ һәм попечителлек идаралығы Башҡортостандың Балалар хоҡуғы буйынса вәкиле менән берлектә ойошторған. Фотоларҙан әсе яҙмыш һынауына дусар сабыйҙар менән бергә билдәле сәйәсмәндәр, спортсылар, сәхнә һәм экран йондоҙҙары йылмая. Улар көндәлек тормошта ла етемдәр, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтеү яҡлы.
2014 йыл башында алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Өфөлә ошондай яҙмышлы 3592 бала бар. Уларҙың 3089-ы ваҡытлыса башҡа ғаиләгә урынлаштырылған. Сабыйҙарҙы уллыҡҡа алыусыларҙың йылдан-йыл артыуы күҙәтелә. Һөҙөмтәлә балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр кәмей. Әммә, ата-әсәһе иҫән булып та, етемдәр исемлеген тулыландырыусы сабыйҙар һаны ғына аҙаймай.
Заманыбыҙҙың ауыр күренештәренең береһе менән көрәшеү үҙ һөҙөмтәһен бирер, тип ышанғы килә.
Рәмилә Исмәғилева


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку