Бәхетле бала саҡ

Бәхетле бала саҡ 16.06.2015

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге Рыльский  урамында йәшәүселәр  йорт янындағы ихаталарын мөғжизә яланына әйләндергән. Фатир хужалары  бергәләшеп  кескәйҙәр өсөн футбол майҙансығы төҙөгән,  иҫке машина тәгәрмәстәренән  сәскә түтәлдәре, уйын майҙандары эшләгән.

Өлкәндәр түтәлдәргә һыу  һипкән арала кескәйҙәр уйын майҙансыҡтарында күңел аса.  Әлегә тиклем буш торған ихатала хәҙер ваҡытты күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар.  Таусыҡтар, футбол майҙансығы һәм  күҙҙең яуын алып торған түтәлдәр, уларҙы һаҡлаусы  төрлө әкиәт геройҙары, был матурлыҡты  хужалар үҙ ҡулдары менән тыуҙырған.
Владимир Владимиров, йортта йәшәүсе «Мин был йортта 20 йылдан ашыу йәшәйем, бәләкәй саҡта   футбол уйнағы, тиҫтерҙәр менән аралашҡы килә торғайны, әммә урын булманы. Шуға күрә әле ошо тирәләге бәләкәстәр өсөн  майҙансыҡ эшләргә булдыҡ. Тәүҙә әсәйем менән башлап ебәргәйнек башҡа күршеләр шунда уҡ беҙҙең ниәтте күтәреп алды».
Ата-әсәләр әйтеүенсә, майҙансыҡ эшләй башлағандан алып  балалар өйҙә телевизорға, компьютерға текләп ултырмай.  Уларҙың буш ваҡыты тулыһынса урамда саф һауала уҙа. Ял көндәрендә  баҡсаға барғайныҡ балаларым  ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтөп алдылар, ти өс бала әсәһе Эльвира Фәхретдинова.
Эльвира Фәхретдинова, М. Рыльский урамында йәшәүсе: «Беҙ  хәҙер көнө буйы урамда уйнайбыҙ, миңә бында оҡшай».
Фатир хужалары әле йорт хайуандары тигән композиция  әҙерләй. Әлегә бында сусҡа ғына бар, әммә тиҙҙән   бында  фигуралар ҙа барлыҡҡа киләсәк.  Тырышлыҡ  һәм берҙәмлек ярҙамында бар  теләктәрҙе лә тормошҡа ашырырға мөмкин. Быны бәхетле бала саҡ ихатаһы төҙөүселәр яҡшы аңлай. Шуға күрә уларҙың  йорт алды һәр ваҡыт кескәйҙәрҙең шат ауаздарынан яңығырап тора.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку