Бәхәс баҡсаһы

Бәхәс баҡсаһы 23.07.2016

Өфөнән йыраҡ түгел генә урынлашҡан "Ағиҙел" баҡсасылар ширҡәтендә еләк-емеш, йәшелсә үҫтерер урынға ҡотҡо "сәсәләр". Был күренеш халыҡ араһында шул тиклем тиҙ үрсегән , хатта хужалар ҙа ике баҡсаға бүленеп тарала башлаған. Береһендә яңылары, икенсе яҡта иҫке рәйес. Улар тартҡылашҡан арала  түтәлдәрҙе алабута баҫа.

Тик бына майлы ҡалъяны саманан тыш ҙур ҡабыусылар ҙа бар. Аппетитын  тыя алмайынса хатта күршеләрҙең биләмәһенә инеүселәр ҙә байтаҡ. Ағиҙел ярына тиклем кәртәләп алып, юлды ҡаплау осраҡтары бында йыш күренешкә әйләнгән. Халыҡ хәҙер яр ситендәге кәзә һуҡмағынан ғына йөрөргә мәжбүр.
Тик бына янғын бәғзеләрҙең бошоноп бармауын көтөп тормаған. Баҡса йорттарының береһендә мунсаны ялмап алып көлгә әйләндергән. Ә ҡотҡарыусылар хатта һыу ҙа һиптерә алмаған.
Бындай баш баштаҡлыҡҡа баҡсасылар ширҡәтенең элекке рәйесе юл ҡуйған, ти халыҡ. Ул идара иткән ваҡытта төҙөлөш халыҡтан һорап тормайынса башҡарылған. Аҡсалыраҡтар ябай халыҡты ҡыҫырыҡлауҙы ғәҙәти күренешкә әйләндергәйне, тиҙәр.
Баҡсасылар ширҡәтенең иҫке рәйесен беҙ үҙ йортонда тота алманыҡ. Йәнәһе лә ул сит төбәктә эш сәфәрендә. Ә халыҡ уны ни бары ваҡыт һуҙа, тип иҫбатлай.  Ваҡыт һуҙылған һайын баҡсасысылар ширҡәтенең мәшәҡәттәре арта ғына. Сөнки иҫке рәйес яңыһына документтар тапшырмаған. Һөҙөмтәлә электр өсөн, башҡа иғәнәләр буйынса ла бурыс йыйыла. Ул арала иҫке рәйестең ни өсөн ваҡытты һуҙыуына ла халыҡ төшөнгән. Улар әйтеүенсә,  иҫке етәксе берҙән -бер хосусилаштырылмай ҡалған ер-ҡарауылсы йортон үҙләштереп йөрөй икән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика