Бөгөндән Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспортының хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде

Бөгөндән Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында йөк транспортының хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде 01.04.2015

Сикләүҙәр юл япмаһының техник торошон һаҡлау өсөн индерелә. Баймаҡ ҡалаһы ситендәге Магнитогорск-Ира юлында  юл торошон йыл әйләнәһенә үлсәү- контроль пункты күҙәтә. Тәүлегенә бында тиҫтәләрсә йөк машинаһы тикшереү үтә.  

Контроль-үлсәү пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй. Юл буйлап хәрәкәт итеүсе һәр транспорт хеҙмәткәрҙәр иғтибарынан ситтә ҡалмай. Бигерәк тә йөк машиналары. Үлсәүгә тик йөктәре саманан тыш тейәлгән ҙур транспорт ҡуйыла. Ауыр машиналарҙың һәр күсәре үлсәнә. Әгәр иһә, йөк саманан тыш булһа, транспорт водителенә акт төҙөлә.
Әлбиттә, водителдәрҙең үлсәү пунктарына ҡарашы кире. Әммә шунһыҙ юлдарҙың торошона һаҡсыл ҡараш булмаясаҡ, ти белгестәр.
Тау сәнәғәте предприятиеһы урынлашҡан Сибай ҡалаһына һәм кирегә табан йүнәлгән ауыр йөк машиналары юлды ныҡ таушаны. Шулай ҙа уларҙы тулыһынса контролгә алып булмай әлегә. Сөнки водителдәр пункты урап үтеү юлдарын таба. Семеновск, Ҡаратал аша шулай уҡ ҡала ситендәге баҡсалар янынан урап үтә. Водитель үҙе теләгән юлды һайлай ала, закон быны тыймай‐ти юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ла.    
Юлдарҙа контроль-үлсәү пункттары автотрассалар торошон тәртиптә тотоу, юл ҡатламдарын һаҡлауға йүнәлтелә. Норманан тыш тейәлгән машиналар пунктарҙа зыян күләмен түләргә мәжбүр. Был сығымдар иһә, юлдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелә лә инде. Йыл һайын апрель айҙарында йөк машиналарына хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә. Был осорҙа пункт хеҙмәткәрҙәренә эш тағы ла арта.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку