Бөгөн  Загстарҙа Мендельсон вальсы тынмай 07.07.2017

Йәш парҙарҙың әүҙемлеге матур һандар менән бәйле, улар үҙҙәренең никахын 7.07.2017 датаһы аҫтында теркәп ҡалырға ашыға.

Туй күлдәгендә аҡҡош һымаҡ өйөрөлгән кәләш, никах вальсы, парлы балдаҡтар. Һәр кем туй тантанаһын ғүмергә бер һәм мәңге хәтерҙә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә теләй. Айгөл менән Адим да никахлашыу  өсөн мотлаҡ ете һандары булған көндө көтә. Сөнки улар һандарҙың тылсымға, илаһи көскә эйә булыуына ысын күңелдән ышана, уларҙың бар тормошо ете һаны менән бәйле.
Әлбиттә, үҙенсәлекле һандарҙы йылдар буйы көтөүселәр ҙә,  осраҡлы рәүештә тап килеүселәр ҙә бар.  Мәҫәлән, был көнгә уйламағанда тура килә. Улар туй датаһын ата-әсәләренекенә  тап килтереп һайлаған. Был көндә өйләнешеүселәрҙең күп булыуын белгәс, бер аҙ борсолдоҡ, ти йәш кәләш.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, матур датала  өйләнеү өсөн сират ҙур. Ғаризалар ярты йыл элек үк ҡабул ителә башлаған. Әммә теләүселәрҙең барыһын да ҡабул итеү мөмкинлеге юҡ, шуға теркәү Конгресс холлда ла, тантана урынына сығып та алып барыла.
Камалетдиновтар ғаиләһе лә ун йыл элек  өйләнешеү өсөн матур датаны һайлай. Уларға өс көн буйы  сират тороп ЗАГС ишеген һаҡларға тура килә. Әммә Лилиә менән Илдар үкенмәй, 07.07.07 һандары уларға бәхет бүләк иткән. Шулай ҙа Камалетдиновтар йылдар үтеү менән яҡшы аңлай,  ныҡлы ғаилә һандарҙа түгел, ир менән ҡатындың ҡулында.
Лилиә һәм Илдар Камалетдиновар: «Беҙҙең ғаилә өсөн һандар ниндәйҙер сихри көскә эйә. Улыбыҙ ҙа 15.09.09 донъяға килде. Ғаилә тормошо,  күркәм туй тантанаһы матур датанан башланыуы яҡшы тип уйлайым. Артабан инде үҙеңдән тора!» «Мин прагматик, бәхетте кеше төҙөй, һандар түгел. Ун йыл эсендә төрлө  ваҡыттар булды, әммә беҙ ғаилә усағын һыуытмай һаҡлай алдыҡ. Артабан да шулай булыр тип уйлайым».
Астрологтарҙың ҡарашы төрлөсә, берәүҙәр матур һандар  уның көсөнә ышаныусылар өсөн бәхет килтерә тип иҫәпләһә, икенселәре һәр кешегә айырым фараз яҡлы. Мәҫәлән, 08.08.08 датаһы аҫтында өйләнеүселәрҙең 50 проценты тиерлек айырылған. Шуға күрә  ҡайһы көндә ген никахҡа инһәң дә, ғаилә бәхете үҙ ҡулыңда икәнен оноторға ярамай. Әммә йәшлек үҙенекен итә.
8 июлдә ҡауышырға теләүсе парҙар тағы күберәк. Был көндә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы билдәләнә, уны ғаилә символы булған изгеләр Петр менән Февронияны иҫкә алыу көнө тип тә йөрөтәләр. Законлы никахын  тап ошо тарихи датала теркәүселәр ҙә уның мөғжизәле көсөнә ышана.
Матур даталарҙа Мендельсон вальсы көнө буйы тынмай. Ун минут һайын тиерлек бер никах теркәлә. Бөгөн республикала 700-гә яҡын пар ҡауыша, сағыштырыу өсөн бындай көндәрҙә 300-400 тирәһе.  Әммә белгестәр әйтеүенсә  оҙайлы йылдар бергә йәшәгән татыу ғаиләнең нигеҙе матур һандарҙа түгел, һөйөү хистәрен һаҡлап, бер-береңде аңлап йәшәүҙә.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика