Бөгөн «Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы тапшырыуҙарын Ҡурған өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә тыңлай башланы

Бөгөн «Юлдаш» йыр-моң һәм мәғлүмәт каналы  тапшырыуҙарын Ҡурған өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә тыңлай башланы 09.09.2014

Төбәктең Сафакүл һәм Әлмән райондарында бөгөн радиостанция тулҡындарын тапшырыусы ҡоролма эш башланы. Уны сафҡа индереү тантанаһы туған-телдәге йыр-моңға һыуһаған милләттәштәребеҙ өсөн күркәм байрамға әйләнде.

«Юлдаш» йыр-моң каналы тапшырыуҙарын республиканан ситтә йәшәүсе милләттәштеребеҙгә еткереү эше «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән «Юлдаш» телекоммуникациялары асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы килешеү нигеҙендә башҡарыла. Маҡсат  урындағы башҡорттарҙың рухи-мәҙәни ихтыяжын тәьмин итеү. Был турала республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә лә билдәләп үтте. Эҙмә-эҙлекле саралар һөҙөмтәһендә бөгөн «Юлдаш» каналы, Ырымбурҙың Ҡыҙыл Гвардия, Силәбенең Арғаяш райондарында һөйләй. Иртәгә радиотапшырғыс Ырымбурҙың Ҡыуандыҡ районында асыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку