Бөгөн Яңы йылды яҡынайтыусы тылсым эйәһе «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә  Ауырғазы районында булып ҡайтты 22.12.2015

Татлы һәм затлы бүләктәр тейәгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡар-бурандар уйнатып Ауырғазы районына «һә» тигәнсе килеп етте. Беренсе туҡталыш - Кәлсер мәктәбендә. Унда 70-кә яҡын бала уҡый. Быға тиклем уҡыу йортонда ике ауыл балалары белем алған. Быйылғы уҡыу йылында иһә уларға күрше ауылдарҙан уҡыусылар өҫтәлгән. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙан һуң яңы мәктәптә тәүге шыршы байрамын «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе.  

Ҡыҙҙар һәм малайҙар  Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға кем уҙарҙан һөнәрҙәрен күрһәтеп кенә ҡалманы, уҡыуҙағы, спорттағы уңыштары тураһында ла һөйләне.
Мәрхәмәтлек акцияһын ойоштороусылар артабан Ауырғазы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр менән осрашты. 16 бала - 16 яҙмыш. Ҡыҙҙар һәм малайҙар бала ғына булыуҙарына ҡарамаҫтан бик күпте кисергән. «Уларҙың күңеленә үтеп инеүе еңелдән түгел», - ти тәрбиәселәр. Әммә «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре балаларға һәм үҫмерҙәргә сағыу, иҫтәлекле байрам  ойоштороуға иреште.
Балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр уҡыуҙа һынатмай.  Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың спорт өлкәһендә лә ҡаҙаныштары күп. Улар республика кимәлендә генә түгел, Рәсәй ярыштарында ла еңеү яулай. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балаларҙың спорт ярыштарын да күҙәтте. Ҡышҡы спорт  төрҙәре менән шөғөлләнгәндә, урамға сыҡҡанда балаларҙың аяҡ-ҡулдары өшөмәйәсәк. Уларға «Юлдаш» радиоһы тыңлаусылары бәйләгән йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр тапшырылды.
Яңы йылды көткән минуттар мөғжизә бүләк итә. Талбазы ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Фидан Ильясовтар быға үҙҙәре инанды. «Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре райондың уңған, өлгөлө ғаиләһендә ҡунаҡта булып, уларҙы байрам менән тәбрикләне.
Кескәй Фидаил, Лиана, Вилдан һәм уларҙың ата-әсәһе Лилиә менән Фидан Ильясовтар өсөн был осрашыу, ысын, мәғәнәһендә, көтөлмәгәнсә булды. Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡулынан бүләк - затлы тун алыуға сертификат тапшырылғас  улар хатта ышанмай ҙа торҙо. «Юлдаш» радиоһы тыңлаусылары өсөн тағы ла бүләк әҙерләй. 25 декабрҙә эфирҙа затлы уйнатыласаҡ, ә 29-нда  иһә «Бәрәкәт һәм бәхет бүләккә» тип аталған марафон ойоштороласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика