Бөгөн Яңы Булгаков комплексында йәшәүселәр Раштыуа байрамына йыйылды 10.01.2015

Башҡортостандың Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ял көндәре республикала ҡарлы, буранлы буласаҡ. Ел урыны менән секундына 15-20 метр тиҙлеккә етәсәк. Шулай ҙа һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы халыҡтың байрам кәйефен ҡыра алмай. Мәҫәлән, бөгөн Яңы Булгаков комплексында йәшәүселәр Раштыуа байрамына йыйылды.  

Раштыуа Православие байрамына ҡараһа ла, күп милләтле Башҡортостанда уны бөтәһе лә билдәләй тиергә була. Һепертмә буранға ҡарамаҫтан шыршы янына ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә йыйылды. Төрлө уйындар, конкурстар ойошторолдо, сәхнәнән дәртле моңдар яңғыраны. Комплекс  күптән түгел генә файҙаланыуға тапшырылһа ла күләмле саралар бында тәүгә ойошторолмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика