Бөгөн йәмәғәтселек күренекле академик Нияз Мәжитовты һуңғы юлға оҙатты 13.10.2015

Хушлашыу сараһы Башҡортостан фәндәр академияһы бинаһында үтте. Нияз Абдулхаҡ улы 1933 йылда Ғафури районы Туғай ауылында тыуған. Ул ваҡыттағы Республика 1-cе башҡорт гимназия-интернатта белем алғандан һуң Пермь университетының тарих факультетына уҡырға инә.

Шул йылдарҙа билдәле Рәсәй архелогы Отто Бадер экспедицияларында ҡатнаша. Артабан Нияз Мәжитов Советтар Союзы Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында эшләй, археология һәм этнография бүлеген етәкләй, унан һуң Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 2006 йылдан алып Башҡортостан фәндәр академияһы вице-президенты, 2012 йылдан «Боронғо Өфө» республика музейы ҡурсаулығы директоры урынбаҫары булды. Нияз Мәжитов Башҡортостанда археологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. «Өфө-2» боронғо ҡаласығын тикшереүҙә лә уның өлөшө ҙур.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, күренекле ғалим, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре Нияз Мәжитов рухына арналған яҙма бөгөн республиканың төп телеканалы эфирында «Автограф» тапшырыуы сыға. Киске сәғәт алты тула ун биш минутта башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика