Бөгөн Владимир Ленин вафат булған көн

Бөгөн  Владимир Ленин вафат булған көн 21.01.2016

Ленин псевдонимы алған 53 йәшлек Владимир Ульяновтың  йөрәге 1924 йылдың 21 ғинуарында  тибеүҙән туҡтай. Советтар Союзына нигеҙ һалыусы, илдең тәүге етәксеһе, бөтә донъя пролетарийҙары юлбашсыһының эшмәкәрлегенә  ҡараш  йылдар үтеү менән үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, халыҡ араһында уның абруйы һаман да юғары.

Йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәктәре үткәргән һорауламаларҙа Владимир Ленин 20-се быуатта тәрән эҙ ҡалдырған шәхес булараҡ атала. Бигерәк тә оло быуын вәкилдәре уны ихтирам итә, ул башҡарған эштәрҙең Рәсәй тарихындағы хәл иткес ваҡиғаларға этәргес биреүен билдәләй. Йәмәғәтселек араһында Лениндың кәүҙәһен ерләү тураһында  бәхәс тә тынмай. Ялҡынлы революционерҙың мавзолейы  илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙең символына әйләнгән.  Вафатынан һуң, 1924 йылдың ноябрендә Өфөлә, илдә тәүгеләрҙән булып, даһиға һәйкәл ҡуйыла. Бынан бер-нисә йыл элек төҙөкләндерелгән һәйкәл әле лә үҙ урынында. Өфөлә Владимир Ульянов- Лениндың йорт- музейы ла эшләп килә. Быйыл ул 75 йыллығын билдәләй. Бөгөн ошо юбилейға арнап, музейҙа күргәҙмә асыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика