Бөгөн урамдар «За ВДВ» орандарынан гөрләне

Бөгөн урамдар «За ВДВ» орандарынан гөрләне 02.08.2014

Һауа десанты ғәскәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне. Йола буйынса сара Өфөнөң Затон биҫтәһендә яуҙа һәләк булған десантсылар һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Артабан зәңгәр береттар Забельский аэродромына йүнәлде.

Йәмғиәттә һауа десанты ғәскәрҙәренә көслө, мөһабәт кәүҙәле ир-егеттәр генә алына тигән ҡараш йәшәй. Шуға күрә лә десант ғәскәрҙәренә эләгеүселәр байрамды ла көс һынашыуҙан башланы.
Өлкәндәрҙән балалар ҙа ҡалышманы. Йәш быуынға яҡшы өлгө булыу теләге менән  бер төркөм десантсы егеттәр марш-бросокка сыҡты. Улар Галле туҡталышынан Затонға тиклем 10 километр йүгерҙе, беҙҙең өсөн был бер ни тормай, ти егеттәр.
Десантсылар көнө ысын ирҙәр байрамы һаналһа ла, ысынында ул күптән ғаилә менән бергә билдәләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа байрамға ҙур теләк менән ҡушыла.
Һауа ғәскәрҙәре көнөн, әлбиттә, авиациянан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Забельский аэродромына килеүселәрҙе самолеттар алышы, парашютсылар сығышы ҡыуандырҙы. Бынан  тыш, үҙйөрөшлө техника ла күрһәтелде.
Был хәрби разведка һәм дозор машинаһын, ҡыҫҡартып әйткәндә БРДМ-ды, десантсылар үҙ-ара «бардак» тип йөрөтә. Ул ил һағында 50-се йылдарҙа торған һәм хәҙер инде ҡулланылмай. Мәҫәлән, был машинаны Күмертауҙа табып алғандар, бер йыл эсендә уны төҙөкләндереп, рәткә килтергәндәр, һәм хәҙер ул десантсы көнөнөң сағыу биҙәге булып тора.
Байрамда ҡатнашыусы халыҡ рәхәтләнеп күңел асты, ял итте. Ҡырын тейәп алыусылар  юҡ тип тә әйтеп булмай. Һауа десанты ғәскәрҙәренең ветерандар ойошмаһы вәкилдәре билдәләүенсә, ысын десантсы физик һәм рухи яҡтан көслө, ышаныслы, йомшаҡ күңелле булырға тейеш. Тик ошо осраҡта ғына уларға ил именлеген тапшырып була.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика