Бөгөн тотош илдә Еңеү байрамы кәйефе тантана итте

Бөгөн тотош илдә Еңеү байрамы кәйефе тантана  итте 09.05.2015

Ҡыуаныслы, шул уҡ ваҡытта хәсрәтле көнгә бәйле саралар  Рәсәйҙең һәр төбәгендә үтте. Өфөлә төп байрам  ғәҙәттәгесә, Ленин  майҙанында ойошторолдо. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов тантананы асып, илебеҙгә азатлыҡ бүләк иткән ҡаһармандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.

Әлбиттә, Еңеү парадын уны үткәреүгә мөмкинлек бүләк иткән ветерандарҙан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Баш ҡалаға байрам сараларында ҡатнашыу өсөн республика төбәктәренән 300-ҙән ашыу ветеран йыйылды. Улар ҡулдарына ҡорал тотоп атакаға ташланған, фронт өсөн тылда ең һыҙғанып эшләгән ҡаһармандар... Ветерандарҙың күңеле бөгөн бәхеттән тулыша.
Быйылғы парадта 21 подразделениеға бүленгән мең ярым кеше ҡатнашты. Улар араһында хәрбиҙәр, эске эштәр һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары хеҙмәткәрҙәре, курсанттар, суд приставтары һәм башҡалар бар ине. Оҙайлы репетициялар һөҙөмтәһендә парад юғары кимәлдә үтте. Ҡатнашыусылар әсе елгә лә, туҡтауһыҙ  һибәләгән ямғырға ла бирешмәне.
Эйе, әйтерһең, тәбиғәт тә бөгөн күҙ йәштәрен түгә. Һуғыш ҡорбандарын тотош ил халҡы  бергәләп иҫкә ала. "Үлемһеҙ полк" акцияһы Өфөлә йәшәүселәрҙе генә түгел, республика район-ҡалаларынан килеүселәрҙе лә берләштерҙе. Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарына ярашлы, Ленин майҙанына акцияла ҡатнашыу өсөн 15 меңдән ашыу кеше йыйылды. Улар араһында йәштәр, мәктәп уҡыусылары күп. Һәр береһе фашистарҙы тар-мар итеүҙә ҡатнашҡан яҡындарының хәтере мәңге булыуын теләй.
Бөгөнгө байрам бик күп ҡорбандар, Совет халҡының берҙәмлеге аша яулана. Башҡортостандан ғына фронтҡа 700 меңдән ашыу кеше китә, уларҙың яртыһы яуҙа башын һала. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә Рәсәйҙең күп милләтле халҡы бергә күтәрелә.
Артабан Ватан геройҙарын ололарға, илдең үткәнен иҫкә алырға килгән Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн байрам концерты ойошторолдо. Халыҡ фронт йырҙарына ҡушылды, рәхәтләнеп күңел асты. Ата-бабалары дошман утынан ҡурҡмағанды, күңелдәрендә Еңеү хисе тантана иткән халыҡҡа ямғыр ғына ҡаршылыҡ була алманы.
Еңеү байрамы Өфөлә гөрләп үтте. Һауа торошон ҡарамаҫтан, Ленин майҙаны бөгөн халыҡ менән тулы. Бында олоһо ла, кесеһе лә килгән. Кешеләр бер-береһен байрам менән ҡотлай, илгә һуғыш һәм бүтән афәттәрҙең башҡаса килмәүен теләй.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку