Бөгөн Советтар Союзы Геройы, снайпер Наталья Ковшованың батырҙарса һәләк булған көнө

Бөгөн  Советтар Союзы Геройы, снайпер Наталья Ковшованың батырҙарса һәләк булған көнө 14.08.2014

Ошо уңайҙан баш ҡалала тантаналы митинг үтте. Яҡташыбыҙҙы һуғыш һәм тыл ветерандары, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары хөрмәтләп иҫкә алды.

Тантанала ҡатнашыусылар легендар снайперға арнап шиғыр уҡыны, тарихи сығанаҡтарға таянып, бала саҡ хәтирәләренә байҡау яһаны. Наталья Ковшова үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Снайперҙар курсын тамамлап, 1941 йылдың октябренән һуғышҡа алына. Дошман менән алышта  ул 167 немец илбаҫарын юҡ итә. Батырлыҡтары өсөн «Алтын йондоҙ» миҙалы, «Ленин» һәм «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордендары менән бүләкләнә.
Наталья Ковшова 1942 йылдың 14 авгусында Новгород өлкәһендә һәләк була. Яуҙаш әхирәте Мария Поливанова дошман ҡамауы аҫтында ҡалғанда илбаҫарҙар менән бергә үҙ-үҙҙәрен граната менән шартлата. Ҡыҙҙарға үҙҙәре һәләк булғандан һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Наталья Ковшованың исемен Силәбеләге мәктәп, Өфө, Мәскәү, Старая Русса, Силәбе ҡалалары урамдары йөрөтә. Йыл һайын баш ҡалала уның яҡты иҫтәлегә арнап төрлө мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку